Мәҡәлә
Перфоратор, генератор алып биргән!Кем була ул Һомай? В Башкирии прошло совещание по вопросам проведения весеннего призываИзге ғәмәл - сауаплы Иң көслө фехтование оҫталары Өфөләге чемпионатта ҡатнаша В Уфе для мам воинов СВО организовали благотворительный концертБөйөк Еңеүгә арналаПрошел Республиканский фестиваль технического творчества дошкольников «РобоБум»Байғусҡар уңғандары алғы һыҙыҡҡа ебәреүгә һалма ҡырҡҡанЯугирҙәргә итек ебәргәндәрЙәшлегем, йәшлегем...Радий Хабиров отметил важность работы органов власти и муниципалитетов Туристы из Башкирии летом смогут отправиться на Алтай самолетомВ Башкирии появится многофункциональный комплекс для автомобилистовРеспублика буйлап «Сәләмәтлек поездары» юлға сығаЗа прошедшие сутки ущерб от действий мошенников жителям республики составил болеВклад в будущееКто на свете всех умнее? Реальные истории из жизни, четкие инструкции и советы от экспертов Об основах личной информационной безопасности
Бөтә яңылыҡтар
10
Тәрбиә
8 Май 2022, 16:26

Изге ай тамам

Сибай ҡалаһы мәсеттәрендә Ураҙа ғәйеттәре үтте. “Тәҡүә” мәсетендә лә был көндө кеше күп булды.

Мосолмандар Ураҙа байрамын – оҙайлы ураҙа тотоуҙың тамамланыуын билдәләне. Рухи һәм әхлаҡи яҡтан таҙарыныу үтеп, кешеләр Аллаһ Тәғәләне данланы, сауаплы эштәр башҡарҙы.Ошондай мәлдәрҙә имандың ни тиклем мөһим икәнен һәм был юлда руханиҙарҙың ниндәй ҙур ярҙам күрһәткәнен аңлайһың. Улар мөһим социаль функцияларҙы ла башҡара – мохтаждарға ярҙам итә, йәштәрҙе тәрбиәләй, этник-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләүгә булышлыҡ итә. Кешеләргә ярҙам итеү беҙҙең заманда диндәрҙең мөһим ролен тәшкил итә лә инде.
Рамаҙан – ҙур тәрбиә мәктәбе. Мосолмандар уның ҡанун-ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, Аллаһтың рәхмәтенә өлгәшергә тырышты, дөрөҫ йәшәүгә табан йәнә бер нисә аҙым яһаны, насар уй-ниәттәрҙән, ялғандан тыйылырға, ризыҡтың, ваҡыттың ҡәҙерен белергә өйрәнде.
СНХ Камил
Рамаҙанда алған күркәм тәрбиәне туҡтатмай дауам итергә яҙһын.
Изге айҙан һуң башланған Шәүүәл айында ла 6 көн ураҙа тотоу хәйерле һанала. Иң сауаплыһы алты көн дауамында өҙмәй тотоу хәйерле тип, әйтелә. Көн аша, йәки ике-өс көн аша ла тоторға була.
Йәғни Рамаҙан айында ниндәйҙер сәбәп менән (ауырыу, юл һәм башҡа) ҡалдырған икәнегеҙ, шул көндәр өсөн Шәүүәлдә тотоп ҡуйырға кәрәк.

ә һеҙ ураҙа тоттоғоҙмо?
эйе
юҡ
Яуап
Автор:гульдар кадаева
Читайте нас: