Төбәк һулышы
6 Апрель 2025, 04:40

Изге ғәмәл - сауаплы

Изгелек ҡылыу Рамаҙан айында ғына түгел, башҡа айҙарҙа ла сауаплы ғәмәл. Түбәнге Яйыҡбай ауылы халҡы сауап алырға ашыға.

Изге ғәмәл - сауаплыИзге ғәмәл - сауаплы
Изге ғәмәл - сауаплы

 

Түбәнге Яйыҡбай ауылынан хәбәр итәләр:

Изге йома көнөн Түбәнге Яйыҡбай ауылы халҡы күңел күтәренкелеге , изге эш һәм яҡшы кәйеф тойғоһо менән үткәреп ебәрҙе. Шулай булмай ни - ана бит, ҡайһылай ҙа матур, өлгөлө һәм сауаплы эш атҡарғандар.

👏Ауылдың ағинәйҙәре - Фирҙәүес Мөбәрәк ҡыҙы Хәсәнова, Рәйлә Хәмзә ҡыҙы Йәһүҙина, Сафия Хажғәле ҡыҙы Суфиянова, Фирүзә Сәхи ҡыҙы Хажина, Земфира Әнүәр ҡыҙы Хәсәнова, мәктәп уҡыусыһы Баязит Хәсәнов, ауыл мәсетенең имам-хатибы Рәмил Сәфәрғәле улы, ауыл старостаһы Рәил Сәфәрғәле улы Хәсәновтар етәкселегендә Түбә ҡасабаһындағы ҡарттар йортона барып, унда йәшәүселәрҙең хәл-әхәүәлдәрен белделәр.

🍓🍒Илленән ашыу оло йәштәге кешеләрҙе бергә туплаған Түбә ҡасабаһының ҡарттар йортона ауылдаштар буш ҡул ҡул менән килмәне. Мәсеткә бирелгән ураҙа фытыры аҡсаһына улар ололар өсөн күстәнәстәр, башҡа төрлө кәрәк-яраҡтар алды. Шулай уҡ ауыл ағинәйҙәре ололар тыуып үҫкән йорттарының йылыһын тойһондар өсөн бауырһаҡ бешереп, ҡоймаҡтар ҡойоп алып барҙы.

🌈Ә ниндәй осрашыу йыр-моңһоҙ булһын инде!!! Ауылдаштар был көндө күңел түренән сыҡҡан бөтә йырҙарын бүләк иттеләр, изге теләктәрен еткерҙеләр. Тыуған йорттарынан, тәпәй баҫҡан ерҙәренән ситтә йәшәгән ҡарттар ҡурай моңдарын, башҡорт халыҡ йырҙарын, ауыл көйҙәрен тыңлап ҡыуанды ла, хисләнде лә, моңланды ла... Ҙур рәхмәт ошо сараны ойоштороусыларға!!!

🌝Һүҙ юҡ, осрашыу йылы, күңелле шарттарҙа үтте. Ололар Түбәнге Яйыҡбайҙарға шундай ихлас байрам көнө бүләк иткәндәре өсөн ҙур рәхмәттәрен еткерҙе.

🌙Изгелек эшлә лә һыуға һал. Һыуға һалған изгелекте бәндә күрмәһә, барыһын күреп-белеп тороусы Халиҡ (Аллаһ) бар, ул күрер. Шуға изгелек эшләргә өлгөрәйек. Йырҙа әйтелгәнсә, сауаптарын алып ҡалайыҡ.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас