Фекер
4 Апрель 2025, 11:05

Йәшлегем, йәшлегем...

Күптәр әсәй-өләсәйҙәренән ишетеп беләлер әле: элек 40 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар яулыҡты яҙып ябынып, ҡәйнә һәм өләсәй булып ултырған. Ә бөгөн нисек? 40 йәштә лә ҡатын-ҡыҙҙар ҡыҙ кеүек йөрөүен дауам итә: буялған сәстәр, оҙон тырнаҡтар, оҙон керпектәр, ҡыҫҡа итәктәр... һәм ҡайһы берәүҙәрҙең ҡулында сабый. Ул өләсәй түгел, ә әсәй. Бәлки, кешелектең йәшлеге «оҙоная» баралыр? Нисек уйлайһығыҙ?

«Рәсәйҙә йәштәр сәйәсәте тураһында» за законға ярашлы, 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге кешеләрҙең социаль-демографик төркөмө йәштәр тип иҫәпләнә.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы йәштәр өсөн йәш сиген 45-кә тиклем күтәрҙе, ә Рәсәй хөкүмәте был өлгөгә эйәрергә ашыҡманы, әммә Дәүләт Думаһында тәҡдимдәр күҙәтелә башланы.

Депутаттарҙың береһе Татьяна Буцкая йәштәр йәшен арттрыуға ҡаршылыҡ белдерҙе. Йәштәрҙең йәшен 40 йәшкә тиклем арттырыу демографик яҡтан дөрөҫ булмаған аҙым, ул тәбиғәт ҡанундарына ҡаршы килә, ти ул.

—Беҙҙә үҙгәрә алмаҫлыҡ закондар бар. Был тәбиғәт ҡанундары. Уларҙы ҡабул итеү, үҙгәртеү, уларға төҙәтмәләр индереү мөмкин түгел. Мәҫәлән, 35 йәшкә тиклемгеләр араһында «Даун сирле» диагнозы ҡуйылған бала табыу ихтималлығы меңгә берәү булһа, 35-40 йәштән һуң бындай ихтималлыҡ йөҙ кешегә берәү. Был ауырыуҙы дауалап булмай, унан дарыу юҡ,—тип белдерҙе Буцкая.

Шул уҡ ваҡытта «йәшлек йәшен» арттырыуҙы хуплаусылар ҙа бар. Ярты быуат элекке тиҫтерҙәренә ҡарағанда бөгөнгөләр күпкә йәш күренә тигән фекерҙе алға ҡуйыусылар бар.

Йәшлек «оҙонайтылһа», урта йәшкә кеше 45 йәштә генә баҫа һәм был «урта йәш» 59-ғаса һуҙыласаҡ. Һөҙөмтәлә, пенсияға арала алыҫайғандан алыҫаясаҡ түгелме?

 

ӘЙТКӘНДӘЙ:

2024 йылдың ноябрендә РФ Федераль медицина-биология агентлығы башлығы Вероника Скворцова, ғүмер оҙайлығы үҙгәреүе арҡаһында, тиҙҙән 60 йәшкә тиклемге кешеләр йәш тип иҫәпләнәсәк, тип фаразлағайны. Шул уҡ йылдың октябрендә Рәсәй президенты Владимир Путин, 2030 йылға Рәсәй федерацияһында ғүмер оҙайлығы 78 йәшкә етергә, ә һуңынан 80 йәштән артырға тейеш, тип белдергәйне. Ул шулай уҡ ир-егеттәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың ғүмер оҙонлоғо араһындағы айырманы кәметергә кәрәклеген билдәләгәйне.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас