Мәҙәниәт
6 Апрель 2025, 11:35

Кем була ул Һомай?

Бөгөн кем була ул Һомай, тип йырламаған кеше юҡтыр...Башҡортостан халҡы ғына түгел, бөтә төрки донъяһы ошо йырҙы башҡара. Сибай ҡалаһынан Айлина Сәғәҙәтова ла ошо йырға ғашиҡ. 

Кем була ул Һомай?Кем була ул Һомай?
Кем була ул Һомай?

Тамырҙарым минең һорай —
Йәнем дә ҡаным да һорай
Боронғо хәтер һорай
Кем була ул Һомай

Һомайҙың әсәһе лә Ҡояш,
Йәншишмәлә индергән,
Атаһы уның Самрау,
Яҡшыға күндергән.

Аҡбуҙат та алмас ҡылыс
Һаҡлар булған да тик Һомай
Йәншишмәгә лә юлды
Белгән дә тик Һомай

Сит-яттарға ла бармаған,
Ил йолаһын боҙмаған,
Тоғро улан үҫтергән
Бәхет ҡошо Һомай!

Беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары-
Һомайҙың йондоҙҙары,
Йәншишмәнең һыу юлы,
Һеҙҙең йәнгә яҙылған.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас