Милли проекттар
14 Октября , 04:10

Юл япмаһы яңыртыла

    Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов төбәкте баш ҡала менән тоташтырған Баймаҡ-Амангилде-Сәрмән трассаһының Темәс һәм Билал ауылдары араһындағы участкаһында иҫкергән юл япмаһын тергеҙеү эштәре башланыуы хаҡында яҙҙы. -Халыҡ өсөн мөһим булған мәсьәләләрҙе этаплап хәл итергә тырышабыҙ. Баймаҡ-Әбйәлил-Белорет районадыры аша үткән трассаның Темәс һәм Билал ауылдары араһындағы өлөшөндә «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектына ярашлы ремонт эштәре башланды,--тип белдерә етәксе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Юл япмаһы яңыртылаЮл япмаһы яңыртыла
Юл япмаһы яңыртыла

-Был участкала юл күптән насар торошта булғанлыҡтан, халыҡтың уның япмаһын яңыртыу тураһындағы мөрәжәғәттәре тулыһынса ғәҙел ине. Трасса йәнле, автомобиль ағымы көслө, шуға күрә бында юлды тергеҙеү, яңыртыу, ремонтлау эштәрен атҡарыу, ысынлап та, кәрәк.

Азамат Сәфәрғәле улы белдереүенсә, юлда быйыл эштәрҙең бер өлөшө башҡарыласаҡ. Киләһе 2027 йылда ремонт дауам итәсәк. Әле подрядсы ойошма эшселәре юл япмаһы ҡатламдарын тергеҙеүгә һәм асфальтты яңыртыуға тотонған. Был юл төрлө йүнәлешкә пассажирҙар, мәктәпкә уҡыусылар ташыу өсөн мөһим трасса. Шуға күрә эштәр барышын башлыҡ үҙе шәхсән контролдә тотасаҡ.

Гөлдәр Ҡадаева.

фото А.Иҙрисов сәхифәһенән.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас