

Физик мөмкинлектәре сикле балалар өсөн кәрәкле әйберҙәрҙе фонд етәкселәре балалар баҡсаһы мөдире менән эшлекле осрашыу барышында тапшырҙы. Әлеге көндә мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн логопедик, коррекция-үҫтереү һәм ҡыҫҡа ваҡытҡа иҫәпләнгән төркөмдәр эшләй. Тәрбиәләнеүселәр араһында төрлө диагнозлы, шул иҫәптән балалар церебраль фалижлы, аутистик спектрҙың боҙолоулы (РАС), Даун синдромлы, һаңрау һәм телмәре тотҡарланған, һаҡау балалар бар.
Етәкселәр осрашыу барышында шулай уҡ берлектә тормошҡа ашырасаҡ проекттар, төбәктә инклюзив белем биреүҙе үҫтереү мәсьәләләрен дә тикшерҙе. Сара һуңында «Әкиәт» балалар баҡсаһы мөдире Наталья Фәттәхова айырым хәстәрҙәре өсөн «БлагоДать» хәйриә фонды етәкселегенә ҙур рәхмәт белдерҙе.
Мәҙинә Мансурова.
фото Н.Фәттәхованың шәхси архивынан