+16 °С
Облачно


Был программа дәүләт сәйәсәтенең йәштәрҙе лайыҡлы киләсәккә әҙерләүҙә мөһим аҙым.
Аделина киләсәктә табип булып, белем алған һөнәре буйынса районға эшләргә ҡайтырға иҫәп тота. Ҡыҙҙың был ҡарары уның тыуған еренә, яҡташтарына сикһеҙ һөйөүен сағылдыра.
—Үҙ мөйөшөм булыуына әле лә ышанып бөтә алмайым,--тине Аделина, ҡулына фатиры асҡысын алғас.- Тәүге йортом—наҙлы бишегем, күҙ терәп ҡайтыр урыным буласаҡ. Тыуған төбәгемә файҙалы булыу, кешеләрҙе дауалау--минең төп хыялым.
Уҡыу менән бер рәттән Аделинаны күңелле мәшәҡәттәр--яңы фатирын зауыҡ менән биҙәү һәм йәшәү өсөн йәмле мөхит булдырыу эштәре көтә.
Гөлдәр Ҡадаева.