

Хәсәновтар ҡыҙҙарының күҙ асып йомған арала уҡыусы булып ҙур үҫеп етеүенә һөйөнә. Улар ҡыҙы һәм улы йөрөгән “Ҡурай” балалар баҡсаһы тәрбиәселәренә ҙур рәхмәт белдерә.
Алиса киләсәктә йырсы булырға хыяллана. Был маҡсатына ирешер өсөн Балалар ижады үҙәгендә вокал һәм бейеү түңәрәгендә шөғөлләнгән. Ҡыҙ шулай уҡ социаль селтәрҙең мөмкинлектәрен ныҡлы өйрәнә һәм үҙен блогер булараҡ һынап ҡарай, үҙ сәхифәһен алып бара һәм ҡыҫҡа видеолар төшөрә. Быйыл йәй ғаиләһе менән Мысырҙа ял иткәндәр. Диңгеҙ буйында ял итеүҙәрен дә ул ҡыҙыҡлы итеп дуҫтарына күрһәткән.
Алда ҡыҙҙы мауыҡтырғыс белем иле көтә. Бушҡа ғына ул уҡыу өсөн гимназияны һайламаған. Сөнки гимназия тигән һүҙ Алиса өсөн ябай мәктәп тигәнде аңлатмай. Был — талаптар ҙурыраҡ, белем биреү кимәле юғарыраҡ, мөмкинлектәр киңерәк булған урын. Ҡыҙ быны яҡшы аңлай.
Алда уны яңы асыштар, тоғро дуҫтар, олимпиадалар, ижади конкурстар көтә. Һәм ул, һис шикһеҙ, был юлдан лайыҡлы атлаясаҡ, сөнки уның йөрәге белемгә асыҡ, ә күңеле — саф.
Гөлдәр Ҡадаева.