Акция дауам итә

«Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы дауам итә! Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2026 йылда «сәләмәтлек поездарында» МХО-ла ҡатнашыусы 60 кеше һәм уларҙың 768 ғаилә ағзаһы тикшереү үткән.

Акция дауам итәАкция дауам итә
Акция дауам итә

 Быйыл акция башынан табиптар 72 867 меңдән ашыу ҡабул итеү һәм 20 146 тикшереү үткәргән. 4 379 сиргә тәүгә диагноз ҡуйылған, шуларҙың 92-һе – яман шеш шиге менән. 1 361 пациентта хәүеф билдәләре: ҡан баҫымы, холестерин, ҡандағы глюкоза кимәленең юғары булыуы һәм артыҡ ауырлыҡ асыҡланған.  🚑 2026 йылдың 8 июненән 14-нә тиклем маршруттар: Учалы, Әбйәлил, Архангел, Бүздәк, Дыуан, Дүртөйлө, Стәрлетамаҡ райондары.    Акция Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса үткәрелә һәм «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Табип белешмәләре – бушлай, ғәмәлдәге сират тәртибендә. Паспортығыҙ менән мотлаҡ медицина страховкаһы полисын алығыҙ.   

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас