АТАЙСАЛ
+17 °С
Облачно
Антитеррор

Сәләмәтлек поезы - Хәйбуллала!

💥 Хәйбулла районы халҡы өсөн мөһим яңылыҡ! Сәләмәтлек поезы — республика буйлап йөрөүсе мобиль медицина комплексы — районда эшләй башланы һәм Йәнтеш ауылы халҡын ҡабул итте.

Сәләмәтлек поезы - Хәйбуллала!Сәләмәтлек поезы - Хәйбуллала!
Сәләмәтлек поезы - Хәйбуллала!

Был проект халыҡтың сәләмәтлегенә иғтибарҙы арттырыу һәм медицина ярҙамын уңайлы итеү маҡсатында ойошторолған. 🚂 Поезд ниндәй хеҙмәттәр күрһәтә? «Оҙайлы әүҙем тормош» милли проектына ярашлы булдырылған Сәләмәтлек поезы составында заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған күсмә диагностика кабинеттары бар. Район халҡы түбәндәге белгестәргә күренә ала: * Терапевт; * Педиатр; * Кардиолог; * Онколог; * Эндокринолог. Шулай уҡ бында лаборатор анализдар тапшырырға, флюорография үтергә, ЭКГ яһатырға һәм башҡа тикшереүҙәр үтергә мөмкин. Табиптар пациенттарҙы ҡабул итеп кенә калмай, ә халыҡ араһында киң таралған сирҙәрҙе иҫкәртеү, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу тураһында ла аңлатыу эштәре алып бара.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас