АТАЙСАЛ
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Милли проекттар
16 Апреля , 05:00

Йылайыр мәктәптәре адреслы ярҙам алды

«Йыһазландырыуға мохтаж мәктәптәр исемлеге маҡсатлы ярҙам итеү принцибы нигеҙендә формалаштырылды. Иҫке мәктәптәр субсидия биреүҙә һайлап алыуҙа ҡатнашманы. Шулай итеп, ебәрелгән ҡоролмалар конкрет мохтажлыҡты ҡапланы. Был үҙ нәүбәтендә бюджет аҡсаһын эффектлы файҙаланыуға һәм илебеҙҙең барлыҡ белем усаҡтарында уҡыусыларға берҙәм белем биреү яҫылығын булдырыуҙа шарттарҙы тигеҙләүгә илтә. Дөйөм алғанда, райондың ете мәктәбендә, атап әйткәндә, Йылайыр ауылындағы Н.Иреков, Ш.Бабич исемендәге гимназиялар, Юлдыбай, Матрай, Иван-Ҡыуалат, Йомағужа, Яманһаҙ ауылдары мәктәптәрендә

 

2025 йылда Рәсәй Федерацияһының 86 субъектында Рәсәй Федерацияһы субъекттарында «Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендә «Ватан хәүефһеҙлеге һәм уны һаҡлау нигеҙҙәре» (ОБЗР) предметы, «Хеҙмәт» (технология) кабинетарын йыһазландырыу буйынса адреслы ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән саралар старт алды. «Заманса белем биреү мөхитен булдырыу--белем биреү сифатын күтәреүҙәге иң төп шарттарҙың береһе. Уҡыусылар теоретик яҡтан белем алып ҡына ҡалмай, уларҙы практикала ла ныҡлы ҡуллана. Бөгөнгө көнгә яңы ҡоролмалар менән илдең 23297 мәктәбенең ОБЗР һәм хеҙмәт кабинеттары йыһазландырылған. Бындай һөҙөмтәләргә төбәктәр менән килешеп һәм ыңғай эшләү барышында ирешелгән. 2027 йылға тиклем ҡаралған өҫтәмә финанслау һәр уҡыусы өсөн башҡалар менән тиң белем алыу мөмкинлеге бирәсәк»,--тип билдәләне РФ Мәғариф министры Сергей Кравцов, үҙенең бер сығышында.

Шуныһы ҡыуаныслы: Йылайыр районы мәктәптәре лә адреслы ярҙам алды.

«Йыһазландырыуға мохтаж мәктәптәр исемлеге маҡсатлы ярҙам итеү принцибы нигеҙендә формалаштырылды. Иҫке мәктәптәр субсидия биреүҙә һайлап алыуҙа ҡатнашманы. Шулай итеп, ебәрелгән ҡоролмалар конкрет мохтажлыҡты ҡапланы. Был үҙ нәүбәтендә "Йәштәр һәм балалар" милли проектына ярашлы бюджет аҡсаһын эффектлы файҙаланыуға һәм илебеҙҙең барлыҡ белем усаҡтарында уҡыусыларға берҙәм белем биреү яҫылығын булдырыуҙа шарттарҙы тигеҙләүгә илтә. Дөйөм алғанда, райондың ете мәктәбендә, атап әйткәндә, Йылайыр ауылындағы Н.Иреков, Ш.Бабич исемендәге гимназиялар, Юлдыбай, Матрай, Иван-Ҡыуалат, Йомағужа, Яманһаҙ ауылдары мәктәптәрендә

ОБЗР һәм хеҙмәт кабинеттары яңыртылды. Был юҫыҡҡа 2025 йылда 2 029 299, 78 hум аҡса бүленде»,--тине Йылайыр районының мәғариф бүлеге начальнигы Алһыу Салауат ҡыҙы Әмәкәсова.

«Хеҙмәт» (технология) предмет кабинеттары өсөн күп функциялы токарь, тишеү, фрезерлау-гравировкалау, лазер станоктары ҡайтарылды. Хәҙер уҡыусылар дәрестә электр, слесарь-столяр инструменттары йыйылмаһы, 3D принтерҙар, робот техникаһын программалау нигеҙҙәрен өйрәнеү, тегенселек һәм кулинария оҫтаханаларының ҡорамалдары ярҙамында тәжрибәләрен арттыра ала.

«Килгән яңы ҡорамалдар уҡыусыларға федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы база дисциплиналарын тәрәндән өйрәнеүгә булышлыҡ итә. Заманса технологиялар ҡулланыу һәм практик күнекмәләр үткәреү уҡыу процесын күпкә ҡыҙыҡлы һәм файҙалы итә. Бындай практика яңы алымдарҙы мәктәп программаларына индереүгә ярҙам итеү менән бер рәттән киләсәктә инженер һәм квалификациялы кадрҙар әҙерләүгә лә булышлыҡ итә»--ти Йылайыр ауылының Н.Иреков исемендәге гимназия мәктәбе директоры Алексей Анатольевич Щипакин.

Уҡытыусылар предмет кабинеттарын модернизациялау уҡыусыларҙа иҡтисад өлкәһенә ҡыҙыҡһыныу уята, хеҙмәт баҙарында ҙур һорау менән ҡулланған һөнәрҙәрҙе һайларға булышлыҡ итә, тормошта кәрәкле компетенциялар формалаштыра, тип иҫәпләй.

«Хеҙмәт» (технология) һәм ОБЗР кабинетын йыһазландырыу процесын мәғариф өлкәһендәге Һанлы трансформация федераль институты атҡара. Уҡыу йылы барышында институт белгестәре Рәсәйҙең ете төбәгендә мониторингтар, проектты бойомға ашырыу буйынса вебинар һәм консультациялар үткәрә.

Белем биреү мөмкинлектәрен киңәйтеүгә йүнәлтелгән модернизация киләсәктә лә дауам итәсәк. Быйыл ил буйынса музыка, рәсем (ИЗО), физика кабинеттары йыһазландырыла башлаясаҡ.

Әйткәндәй, Йылайыр ауылының Н.Р.Иреков исемендәге урта мәктәптең 9-сы класс уҡыусыһы Агата Короткова остазы Рәмилә Яңыбай ҡыҙы Өмөтбаева менән ошо проектҡа ярашлы алынған өр-яңы тегеү машинаһында тәүгеләрҙән булып эшләргә (тегергә) өйрәнгән. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яңы һөнәр үҙләштергән ҡыҙ хеҙмәт предметы буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының республика этабында уңышлы сығыш яһап, призлы урын да яулаған.

Альбина Өмөтбаева.

Автор фотоһы. 

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас