Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Март , 08:00

“Этнопатриот”- милли мәҙәниәтебеҙҙе өйрәтә

Башҡортостан Республикаһы Башлығы фонды сиктәрендә еңеү яулаған “Этнопатриот” проектын Сибай ҡала мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Төйәләҫ ауылындағы 11-се мәктәптә тормошҡа ашыра башланы. Проект башҡорт телен һәм мәҙәниәтен һаҡлауға, Башҡортостан Республикаһы һәм бөтә Рәсәй үҙенсәлеген формалаштырыуға арналды һәм милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләүгә, балаларға милли мәҙәниәтте, башҡорт милли уйындарын, бейеүҙәрен, биҙәүестәрен өйрәнеүгә һәм популярлаштырыуға булышлыҡ итә.

“Этнопатриот”- милли мәҙәниәтебеҙҙе өйрәтә
“Этнопатриот”- милли мәҙәниәтебеҙҙе өйрәтә



Замана балалары бөгөнгө көндә телефондарға, интернет селтәренә өҫтөнлөк бирә. Уларҙы, әлбиттә, заманса проекттар, төрлө программалар ҡыҙыҡһындыра. Шуға күрә заманлаштырылған программа ярҙамында милли телдәрҙе өйрәнеү, үҙ телебеҙҙә һөйләшеү, башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен, телен өйрәнеү Башҡортостан Башлығы фонды гранттары ярҙамында тормошҡа ашырылған был проекттың маҡсаты итеп ҡуйылды. Проект балаларҙа үҙ тарихына ихтирам, үҙенсәлекле милли мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныу уятырға тейеш.
"Йәштәр һәм балалар" милли проекты сиктәрендә уҙғарылған сарала 11- се Төйәләҫ урта мәктәбенән 7 һәм 16 йәшкә тиклемге 84 бала ҡатнаша.
Проектты тормошҡа ашырыу барышында Сибай ҡала мәҙәнит йортоноң “Йәнгүҙәй” халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе Гөлсиә Мөхәммәт ҡыҙы Шәмсетдинова башҡорт халыҡ йолаларын, уйындарын өйрәтеү өҫтөндә эш алып бара. Сираттағы дәрестә балалар “Йәшерәм яулыҡ” уйынын өйрәнде һәм уйында ҡатнашып үҙҙәренең тапҡырлығын, етеҙлеген һынап ҡараны. Клуб етәксеһе Әлфиә Дауытова уҙғарған оҫталыҡ дәрестәрендә уҡыусылар башҡорт халыҡ биҙәүестәрен эшләргә өйрәнде, һәр әйберҙең тарихы менән танышты, биҙәүестәрҙе ҡайһы ваҡытта ҡулланырға кәрәклеген белде. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, уҡыусылар бар дәрестәрҙә үтә лә ҡыҙыҡһынып шөғөлләнә. Бигерәк тә “Аҡбуҙат” бейеү түңәрәге етәксеһе Аэлита Буранбаева ҡуйған яңы бейеүҙе ҙур теләк менән өйрәнделәр, хатта, ҙур сәхнәлә бейеп ҡарау теләген белдерҙеләр. Балаларҙың был теләге, һис шикһеҙ, тормошҡа ашасаҡ, сөнки йәш бейеүселәргә проект сиктәрендә Ҡала мәҙәниәт йортонда милли күлдәктәр тегелә.
Был проектты тормошҡа ашырыу өсөн Төйәләҫ ауылы урта мәктәбе махсус рәүештә һайланды, сөнки ата-әсәләрҙең күбеһе баларын Сибай ҡалаһына түңәрәктәргә алып йөрөй алмай. Шуға күрә лә, Башҡортостан Республикаһы башлығы фонды сиктәрендә еңеү яулаған “Этонопатриот” проекты ярҙамында уҙғарылған оҫталыҡ дәрестәре балалар өсөн үтә лә файҙалы.

Әлфирә Үҙәнбаева.

Автор фотолары.

“Этнопатриот”- милли мәҙәниәтебеҙҙе өйрәтә
“Этнопатриот”- милли мәҙәниәтебеҙҙе өйрәтә
“Этнопатриот”- милли мәҙәниәтебеҙҙе өйрәтә
Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас