Милли проекттар
1 Ноября 2025, 16:20

Үзбәктә - яңы ФАП!

Ғафури районы Үзбәк ауылында модулле яңы фельдшер-акушер пункты асылған. Сарала ҡатнашыусыларҙы Минзәлә Ғәлина етәкләгән «Ағинәйҙәр» ойошмаһы башҡорт ҡымыҙы һәм сәк-сәк менән ҡаршы алған.

Үзбәктә - яңы ФАП!Үзбәктә - яңы ФАП!
Үзбәктә - яңы ФАП!

Район хакимиәте башлығы Венер Вәхитов изге эште хуплай һәм медицина ярҙамы киләсәктә уңайлыраҡ һәм тиҙерәк булыр,тип билдәләй. Яңы ФАП-ты асыу, әлбиттә, халыҡ өсөн үтә мөһим ваҡиға, тип сараға йыйылыусыларҙы тәбрикләй Красноусол үҙәк район дауаханаһының баш табибы Хәкимйән Сәфәрғолов. ФАП-ты асыу эштәрендә үҙ өлөшөн индереүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткергән Еҙем –Ҡаран ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Миннира Шәйәхмәтова. Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән концерт программаһы, шулай уҡ Үзбәк ауылы мәҙәниәт йортоноң Флүрә Ғәзизова етәкселегендәге «Ынйылар» фольклор ансамбле сығыштары тамашасы күңелендә байрам кәйефе тыуҙырған. Бындай саралар ”Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. От Фанузы Багаутдиновой

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас