АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
12 Сентябрь 2025, 03:15

Баймаҡ ҡалаһында яңы башлыҡ!

Ирек Хисмәтуллин Баймаҡ ҡалаһы башлығы итеп һайланды.

Баймаҡ ҡалаһында яңы башлыҡ!Баймаҡ ҡалаһында яңы башлыҡ!
Баймаҡ ҡалаһында яңы башлыҡ!

Баймаҡ ҡалаһы биләмәһе башлығы тәғәйенләнде Бөгөн, 11 сентябрҙә, алтынсы саҡырылыш Баймаҡ ҡалаһы ҡала биләмәһе Советының туғыҙынсы ултырышы үтте, унда депутаттар ҡала башлығын һайланы. Фекер алышыуға ике кандидатура сығарылды: "УКЖФБ" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең техник директоры Ирек Сәғит улы Хисмәтуллин һәм "Баланс"ЯЙҺ-ның баш инженеры Марат Сәйғәфәров. Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса асыҡ тауыш биреү үткәрелде. Ирек Сәғит улы Хисмәтуллиндың кандидатураһы бер тауыштан хупланды. Ирек Сәғитов депутат корпусына ышаныс өсөн рәхмәт белдерҙе.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас