АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
10 Февраль 2025, 05:05

Һәр кем саңғыға баҫты

Йәше лә, олоһо ла саңғы ярышына сыҡты

Һәр кем саңғыға баҫтыҺәр кем саңғыға баҫты
Һәр кем саңғыға баҫты

Уҙған ял көндәре һәр төбәк халҡы «Рәсәй саңғыһы-2025» акцияһына ҡушылды. Күләмле саранан йылайырҙар ҙа ситтә ҡалманы. Ярышҡа 140-тан ашыу саңғысы йыйылды. Традицион рәүештә ойоштороусылар төрлө йәштәге һәм әҙерлек кимәлендәге ҡатнашыусылар өсөн дистанциялар бүлде. Ярыштарҙа уҡыусылар, ойошма һәм предприятие хеҙмәткәрҙәре, спорт ветерандары, учреждение етәкселәре ҡатнашты. Хакимиәт башлығы урынбаҫары Илшат Солтангәрәев сәләмләү һүҙе менән сығыш яһап, бөтәһенә лә ныҡлы һаулыҡ һәм уңышлы старттар теләне. Ярыш бик сәмле барҙы.

Әйткәндәй, саңғысыларҙың иң йәше 9 йәшлек Виталина Ситкина булһа, иң өлкән Виктор Кувшинов ине. Уға—71 йәш.

Әйткәндәй, был ярыш "Демография" милли проектының "Спорт—йәшәү нормаһы" федераль проекты сиктәрендә ойошторола. Сараның төп маҡсаты—халыҡты спортҡа, сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу..

Һәр кем саңғыға баҫты
Һәр кем саңғыға баҫты
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас