Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Август , 18:05

ЯҢЫ АППАРАТ КИЛДЕ

Сибай дауаханаһына яңы УЗИ аппарат алып килделәр.

ЯҢЫ АППАРАТ КИЛДЕ
ЯҢЫ АППАРАТ КИЛДЕ

Башҡортостан Республикаһы бюджетынан медицина учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу дауам ителә. Сибай дауаханаһына  Voluson E6 УЗИ аппараты алып килделәр. Был сканер эксперт класына ҡарай, 3D-, 4D функцияларын үтәй. Аппарат менән ҡатын-ҡыҙҙар һаулығын тикшерәсәктәр, ауырлы ҡатындарҙы ҡарайҙар. Табип Флүс Сираев әйтеүенсә, аппарат бик заманса, бик яҡшы, асыҡ күрһәтә, ҡатмарлы хәлдә лә диагностика ҡуйырлыҡ ҡеүәттә.


Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: