Бөтә яңылыҡтар

ҺАҠМАР БУЙЫ ТАҘАЛАНДЫ

Ә һеҙ йылға буйын таҙалауға сығаһығыҙмы? Ә бына хәйбуллалар өмәгә сыҡҡан.

ҺАҠМАР БУЙЫ ТАҘАЛАНДЫ
ҺАҠМАР БУЙЫ ТАҘАЛАНДЫ

“Рәсәй һыуҙары” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылып, хәйбуллалар Йәнтеш ауылына яҡын ерҙә Һаҡмар буйын таҙаланы.

Акцияның төп маҡсаты—йылға буйҙарын таҙалау, халыҡтың экологик грамоталылығын үҫтереү, йәмғиәттең, айырыуса йәштәрҙең тәбиғәтте һаҡлауға иғтибарын йәлеп итеү.

Атингән ауылы биләмәһенең 10-дан ашыу хеҙмәткәре Һаҡмар йылғаһын таҙаларға сыҡты. Йәмғеһе 7 тоҡ ҡый-һай йыйғандар.

--Һаҡмар буйы—күптәрҙең яратҡан урыны. Уны таҙалау ғына түгел, ә тәртиптә тотоу мөһим,--ти Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Сибай территориаль комитетының баш белгесе Азамат Торопҡолов.

Әйткәндәй, илебеҙҙә “Экология” милли проекты тирә-яҡ мөхитте бысратыу кимәлен мөмкин тиклем кәметеүгә йүнәлтелгән. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары менән 2019 йылдан эшләй.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: