Яңы лампалар яҡтыраҡ яна, улар шулай уҡ электр энергияһын ныҡ сарыф итмәй. Был иһә үҙ сиратында экологик хәлде яҡшыртыуға ла булышлыҡ итә
-Энергия сервисы контракты буйынса Сибайҙа 5141 лампаны яҡтылыҡ диодлыға алмаштырыу ҡаралған. Шулай уҡ тышҡы яҡтылыҡ системаһын ҡулланыу барышында 117 идара итеү шкафы ҡуйыласаҡ. Яңыртылған яҡтылыҡ ҡоролмаларының яраҡлылыҡ ваҡыты 7 йыл. Модернизациялау барышын 15 июлгә тамамларға иҫәп тотабыҙ,--тине тышҡы яҡтылыҡты яңыртыу менән булышҡан йәмғиәттең энергия тәьминәте буйынса инженеры Михаил Плахотин.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, яңы лапмалар быға хәтлем булған фонарҙарға ҡуйыла. Яҡтылыҡ бөтөнләй булмаған урамдар был программаға инмәй. Әммә борсолорға урын юҡ: ундай урамдарҙа “Яҡтылыҡ системаһын яҡшыртыу” проекты сиктәрендә төҙөкләндереү эштәре башҡарыласаҡ.
-Ҡасабаларҙың яңы сафҡа ингән биҫтәләрендә яҡтылыҡ уҙғарыу эштәре лә дауам итә. Былтыр Таулы ҡасабаһының 5-се мәктәбе, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы биләмәһендә лампалар яңыртылды. Дөйөм алғанда, яҡтылыҡ буйынса төҙөкләндереү эштәре программаһы Республикабыҙ Башлығы Р.Хәбиров ҡарары менән яңынан тергеҙелде. Уға ярашлы, иң беренсе сиратта балалар баҡсалары, мәктәптәр, башҡа социаль объекттар яны яҡтыртыла, -- тине ҡала хакимиәтенең төҙөлөш, транспорт һәм элемтә бүлеге начальнигы Марс Мусин.
Иҫке лампаларҙы яңы яҡтылыҡ диодлыларға алмаштырыу проекты ҡалала энергия ресурсын һаҡ ҡулланыуға ғына түгел, төнгө ҡала урамдары торошон яҡшыртыуға ла булышлыҡ итә. “Уңайлы ҡала мөхите” милли проектына ярашлы, ҡалалаштарҙың тормошон уңайлы итеү -- етәкселектең төп бурысы.