Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Апрель , 21:40

4 ҡыҙ өйлө булды

Үҙ өйөң булыу – ҙур бәхет. Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһы хакимиәтендә "Торлаҡ" милли проектына ярашлы, иртә йәштә ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 4 ҡыҙға фатир асҡыстары, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға 3 миллион һумлыҡ сертификат тапшырылды. Ҡулына сертификат алыусы Сулпан Айҙашева һатып алыуға фатир ҡарап та ҡуйған.

4 ҡыҙ өйлө булды
4 ҡыҙ өйлө булды



Торлаҡ асҡыстары алыусы өлөшлөләр араһында күп балалы әсә Людмила Попова ла бар

Ә Юстина Каленникова фатир асҡысын ҡулына тәүге тапҡыр алды һәм фатирын барып күрергә ашҡынап тора

2024 йылда Сибай ҡалаһы һәм республика бюджетынан етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүгә 40 миллион 229 мең 640 һум күләмендә субвенция бүленгән. Быйыл 13 кеше торлаҡ менән тәьмин ителергә тейеш.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: