-4 °С
Болотло
Ремонт эштәре "Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының матдиүтехник базаһын нығытыу" программаһы сиктәрендә эшләнгән. Был хаҡта баш табип Алмас Мырҙабаев хәбәр итә.
Баш табиптың педиатрия ярҙамы буйынса урынбаҫары Фирүзә Аҡбулатова әйтеүенсә, капиталь ремонт тамамланмаған әле, ул 2026 йылға тиклем бара. Йыл да бер ҡатҡа аҡса бүленә. Быйыл икенсе ҡат ипкә килтерелә. 4 -5 ҡатта ремонт 2025, 2026 йылдарға планлаштырыла. Тимәк, тиҙҙән йәш әсәйҙәр матур, заманса бала табыу йортонда үҙ сабыйын ҡулға аласаҡ. Быны сибайҙар күптән көтә.