Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
31 Октябрь 2023, 08:50

"Мобиль бригада" эшен дауам итә

“Демография” милли проектының “Өлкән быуын” федераль проектына ярашлы “Мобиль бригада” Йылайыр, Хәйбулла райондарында эшен дауам итә. Медицина хеҙмәткәрҙәренә төбәктә ололарҙы хәстәрләүгә “Ғаилә” район-ара үҙәге ярҙам итә. Ошо көндәрҙә “Мобиль бригада” төпкөлдә ятҡан хәйбулла районының Һаҡмар-Наҙарғол ауылында йәшәүсе оло йәштәгеләрҙе Аҡъяр район дауаханаһына илткән. Йәштәре 65-тән уҙғандар диспансеризация үткән.

"Мобиль бригада" эшен дауам итә
"Мобиль бригада" эшен дауам итә

 

Табиптар билдәләүенсә, диспансеризация үтеү төрлө патологияларҙы ваҡытында асыҡларға булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, өлкән йәштәгеләрҙең сәләмәтлек торошо хаҡында дөйөм картина төҙөргә лә ярҙам итә.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: