“Кәрәҙ-2023” республика педагогик марафонын "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министрлығы “Педагогик лаборатория “Киләсәк мәғарифы”алдынғы белем биреү-ағартыу проекттарына ярҙам күрһәтеү һәм уларҙы төбәктә тормошҡа ашырыу һөнәри йәмәғәт ойошмаһы ярҙамында уҙғара. Сарала Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институты хеҙмәткәре Г.М.Сибаева ҡатнашыуы марафонға мәртәбә өҫтәне.
Марафонды Сибай ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Рушан Дияров асты:
-Йәй-отпусктар мәле булыуға ҡарамаҫтан, уҡытыусыларҙы бер ижади хеҙмәттәшлек майҙанына йыйыу ауыр булманы. Сараға алдан әҙерләнергә лә ваҡыт, көс, теләк кәрәк. Әммә беҙҙең уҡытыусылар башҡарып сыға алмаҫлыҡ эш юҡ. Уңыштар һеҙгә!-тип конкурсанттарға күңел күтәренкелеге теләне Рушан Нурмөхәмәт улы.
Уның һүҙҙәрен Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министрлығыныңдөйөм белем биреү өлкәһендә дәүләт сәйәсәте бүлеге начальнигы Ж.В.Миникеева, Өфөнөң М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының универсаль педагогик компетенциялар технопаркы директоры, жюри рәйесе Сергей Переверзев ҡеүәтләне.
Шулай итеп, сарала бер майҙансыҡта 10 уҡытыусылар командаһы “Мин уҡытыусы һәм был шәп!”, “Педагогик берҙәм ижад һәм эффектлы практика” компетенцияларында конкурс һынауҙары үтте. Тәүге ярышта командалар үҙҙәре менән таныштырҙы. Әйткәндәй, педагогик марафонда ҡатнашыусыларҙың сығыштарын мәғариф әм фән министрлығының төрлө бүлектәре хеҙмәткәрҙәрен берләштергән абруйлы жюри баһаланы.
Конкурстың беренсе “Мин уҡытыусы һәм был шәп!” ярыш төрө командаларға педагогик эшмәкәрлектең мәғәнәүи эстәлеген һәм миссияһын асып һалырға ярҙам итте. Сибайҙар “Педагогик мафия” уйыны аша уны сағылдырһа, ейәнсуралар “Уҡытыусы биләмәһе” телетапшырыуы әҙерләп күрһәтте. Баймаҡтар уҡытыусы тыуыуы ритуалын сағылдырҙы. Белорет районы командаһы үҙҙәренең перезентацияһында уҡытыусыларға тауыш ярҙамсыһы кәрәклеген белдерһә, әбйәлилдәр йондоҙло педагогик десант, учалылар мәктәптәр өсөн “Өс кит” проекттарын тәҡдим итте.
“Педагогик берҙәм ижад һәм эффектлы практика” конкурсында иһә Межгорье ҡалаһы уҡытыусылары балҡыш энергияһы менән бүлеште. Хәйбулла районы командаһы изге эштәр майҙансығын проектланы. Сибайҙар эшмәкәрлектең әйләнәле формаһын ғәмәлгә индерергә, баймаҡтар педагогик эшләпәләрҙең алмашыуыныуы алымдарын тәҡдим итте. Йылайыр районы командаһы “Хәтәр ҡыҙыҡлы хәлдәр” тураһында һөйләне, Белорет районы уҡытыусылары системала үҙ-ара бәйләнеш элементтарын барланы.
Шулай итеп, III “Кәрәҙ-2023” республика педагогик марафонының Сибайҙағы төбәк этабы үҙ эшен хәйерле сәғәттә йомғаҡланы. Конкурс һынауҙары һөҙөмтәһендә иң яҡшы педагогик практикаларҙан кәрәҙле бал йыйылды. Сара аҙағында педагогик марафон экперттары уҡытыусыларға дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы. Конкурс булғас еңеүсе була: был юлғы марафонда Белорет районы командаһы алдынғылыҡты бер кемгә лә бирмәне. Икенсе урынды майҙан хужалары—Сибай уҡытыусылары яуланы. Баймаҡ районы педагогтары өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Йылайыр районы уҡытыусылары “Педагогик статус”, Хәйбулла педагогтары “Иң тиҙ үҫешкән команда” номинацияһына өлгәште.
Педагогик марафон еңеүселәрен ихлас ҡотлайбыҙ! Тиҙҙән башланасаҡ яңы уҡыу йылында тағы дәртле, һөҙөмтәле эшләүҙәрен теләйбеҙ!