Башҡортостандың хатта иң төпкөл ауылдарында йәшәүселәр ҙә медицина тикшереүе үтә һәм тар йүнәлешле белгестәрҙән ярҙам алһын өсөн республика буйынса мобиль медицина комплекстары эшләй.
«Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк» акцияһы дауам итә. Унда күсмә Һаулыҡ үҙәктәре, күсмә флюорографтар һәм маммографтар, күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункттары, «Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге» модуле, Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының һәм Республика кардиология үҙәгенең диагностика үҙәктәре ҡатнаша.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тикшереү бушлай уҙғарыла. Белгестәргә алдан яҙылырға кәрәкмәй - ҡабул итеү тере сират тәртибендә үткәрелә. Иң мөһиме, үҙең менән паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкаһы полисын алырға.
Август айының маршруттары - Әлшәй, Бишбүләк, Дыуан, Дүртөйлө, Йылайыр, Илеш, Ҡалтасы, Күгәрсен, Мәләүез, Миәкә, Нуриман, Салауат, Өфө, Федоровка, Хәйбулла һәм Саҡмағош райондары.
Бөтә маршруттарҙы Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында ҡарарға мөмкин https://vk.cc/cp95h8
Үҙегеҙҙең районығыҙҙы табығыҙ һәм яҡындарығыҙ менән файҙалы мәғлүмәтте бүлешегеҙ!
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан