Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Апрель 2022, 12:20

Тауыш бирәйек

Төҙөкләндереү объекттары өсөн бөтә Рәсәй онлайн-тауыш биреү башланды7 аҙна дауамында 2022 йылдың 15 апреленән 30 майына тиклем 14 йәштән өлкән һәр кем уңайлы ҡала мөхите булдырыуҙа ҡатнаша ала. Сибайҙар ҙа был сараға ҡушылып ҡалала төҙөкләндереүгә мохтаж урынды күрһәтә ала.

Тауыш бирәйек
Тауыш бирәйек

Заманса йәмәғәт киңлектәре, йәшел скверҙар һәм парктар, матур яр буйҙары, уңайлы урамдар, күркәм ихаталар кәрәкһә, ҡалала нимәләр барлыҡҡа килергә тейеш – барыһын да үҙебеҙ һайлай алабыҙ. Шулай уҡ объекттар өсөн генә түгел, республикала алдан һайлап алынған киңлектәрҙең дизайн-проекттары өсөн дә тауыш бирә алаһығыҙ.

Бының өсөн Ике город среда ру платформаһына инегеҙ һәм тауыш бирегеҙ. Шулай уҡ ҡалала тауыш биреүҙе ойоштороусы ирекмәндәр ҡушымтаһы аша ла үҙ фекерегеҙҙе еткерә алаһығыҙ.

Тауыш биреү «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» федераль проекты буйынса уҙғарыла. Ойоштороусылары: Рәсәй Федерацияһының Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлыҡтары.

Территорияларҙы һәм иң яҡшы дизайн-проекттарҙы һайлап алыуҙа Башҡортостандың бөтә 63 муниципаль берәмеге ҡатнаша.

Автор:Гульдар Кадаева