Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Апрель 2022, 09:15

Туйҙар тынып торған мәл

Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлеге ағымдың йылдың тәүге кварталында “Демография” милли проекты сиктәрендә башҡарылған эштәренә йомғаҡ яһаны. Бүлек хеҙмәткәрҙәре 50, 60, 70 һәм 75 йыл бергә йәшәгән ғаилә парҙарын тантаналы ҡотлау өсөн уларҙан ғариза ҡабул итеүҙәрен дауам итә.

Туйҙар тынып торған мәл
Туйҙар тынып торған мәл

Граждандар хәле акттарын теркәү бүлегендә башлыса апрель, май айҙары тыныс үтә. Әммә хеҙмәткәрҙәргә эш етерлек: иҫке һәм ламинат менән көпләнгән документтарҙы алмаштырыу, хаталар төҙәтеү, никахтарҙы рәсим теркәү тантаналарына әҙерләнеү кеүек мәшәҡәттәр көндә тыуып тора. Шулай уҡ был осор бала табырға йөрөүселәр, йә иһә балалылар өсөн уңайлы: ҡулығыҙҙа йөклөлөк буйынса белешмә, бала тыуыу тураһында таныҡлыҡ бар икән, ЗАГС-та һеҙҙең никахты шундуҡ теркәйәсәктәр. Бында шулай уҡ исем, фамилия, атаһының исемен алыштырырға теләүселәрҙе лә көтөп ҡалалар.

 

Ә бына йәй башында туйҙар мәле етә, ул ваҡытта тормош юлын яңы ғына башлаусы йәштәрҙең никахын теркәүгә өҫтөнлөк бирелә. Йәй шулай уҡ ял мәле лә. Хеҙмәткәрҙәр ялға китмәҫ борон әле үк уларға төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итеү бик урынлы. Дәүләт хеҙмәттәре порталы уңайлыҡтарынан файҙаланып буласаҡ кейәү менән кәләш ҡайҙа йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан никах көндәрен алдан билдәләп ғариза яҙа ала. Бүлек белгестәре әйтеүенсә, 8 июль – Мөхәббәт, ғаилә һәм тоғролоҡ көнөндә туй үткәрергә теләүселәргә буш урындар бар. Был көндө никахты тантаналы шарттарҙа ла, ябай рәүештә лә үткәреү мөмкин.

Автор:Гульдар Кадаева