АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Апрель 2022, 09:40

Музыкаль инструменттар ҡайтарылды

Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһының өс мәктәбе - Балалар музыка мәктәбе, Балалар сәнғәт мәктәбе, Сибай ҡалаһының һынлы сәнғәт мәктәбе өр-яңы дүрт "Соната" фортепиано, дүрт "Этюд" баяны һәм заманса махсус ҡорамалдар - дистацияла виртуаль күргәҙмәләр үткәреү өсөн интерактив киоск, уҡыу материалдары менән тулыланды.

Музыкаль инструменттар ҡайтарылды
Музыкаль инструменттар ҡайтарылды

Яңы музыка ҡоралдары яңы еңеүҙәргә дәртләндерер

Сибай ҡалаһының Балалар музыка, сәнғәт һәм һынлы сәнғәт мәктәптәре музыка ҡоралдары менән тулыланды.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект “Культура”) ярашлы, сәнғәт мәктәптәренең музыка ҡоралдары фондын яңыртыуҙы дауам итәләр.

Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһының өс мәктәбе - Балалар музыка мәктәбе, Балалар сәнғәт мәктәбе, Сибай ҡалаһының һынлы сәнғәт мәктәбе өр-яңы дүрт "Соната" фортепиано, дүрт "Этюд" баяны һәм заманса махсус ҡорамалдар - дистацияла виртуаль күргәҙмәләр үткәреү өсөн интерактив киоск, уҡыу материалдары менән тулыланды.

- "Мәҙәниәт” милли проекты ярҙамында балалар музыка, сәнғәт, художество мәктәптәре кәрәкле музыка ҡоралдары һәм материалдар менән йыһазландырыла. Шулай итеп, дәүләт һәләтле йәштәрҙе үҫтереүгә булышлыҡ итә. Яңы музыка ҡоралдары уҡыусыларҙың музыканы яратыуын, сәнғәтте һөйөүен көсәйтер, төрлө кимәлдәге конкурс, фестивалдәрҙә ҡатнашып, яңы еңеүҙәргә илтер, тип ышанабыҙ, - ти Балалар музыка мәктәбе директоры Илүзә Хоҙайғолова.

Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” милли проекты (национальный проект “Культура”) Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланды. Ул 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Ошо ваҡыт эсендә ике меңгә яҡын белем биреү учреждениеһы яңы инструменттар һәм ҡорамалдар менән тәьмин ителәсәк. Улар – музыка колледждары, училищелар, балалар сәнғәт мәктәптәре.

Фото: Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы сайты.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Музыкаль инструменттар ҡайтарылды
Музыкаль инструменттар ҡайтарылды
Музыкаль инструменттар ҡайтарылды
Автор:Гульдар Кадаева