

Яңы медицина учреждениеһы ҡалҡып сығыуға 40 йылдан ашыу ғүмерен яратҡан эшенә бағышлаған ауылф фельдшеры Ғәйшә Нуриәхмәт ҡыҙы Сәғитова ифрат шат. Ул Сибай медицина училищеһын 1983 йылда тамамлағас та Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында шәфҡәт туташы булып хеҙмәт юлын башлай. Ике йыл эшләп тәжрибә туплағандан һуң, тыуған ауылы Аҡназарға фельдшер булып ҡайта. Белгес 10 йылдан ашыу Бүребай амбулаторияһында дөйөм практика табибының шәфҡәт туташы булып эшләп тә өлгөрә. 2020 йылда Ғәйшә Нуриәхмәт ҡыҙы тыуған ауылына кире эшкә ҡайта. Фельдшер ҡарамағында 109 кеше иҫәпләнә, шуларҙың 48-һе пенсия йәшендә.
Район үҙәге Аҡъярҙан алыҫта ятҡан ауыл халҡы фельдшер-акушер пуктын асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповҡа даими хәстәре өсөн ҙур рәхмәттәр әйтеп, яңы төҙөлөштөң сафҡа инеүен түҙемһеҙлек менән көтөүҙәрен белгертте.