Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Февраль 2022, 13:20

Ҡыуанысығыҙ оҙаҡҡа булһын

Хәйбулла районының Маҡан ауылында заманса медицина учреждениеһы—фельдшер-акушер пункты сафҡа инде.

Ҡыуанысығыҙ оҙаҡҡа булһын
Ҡыуанысығыҙ оҙаҡҡа булһын

Пункт “Һаулыҡ һаҡлау” милли, “Беренсел медик-санитар ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” федераль проекттарының “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау тармағының беренсел звеноһын модернизациялау” төбәк программаһына ярашлы төҙөлдө.

Яңы объектты асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, Маҡан ауылы биләмәһе башлығы Ришат Мәмбәтов, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлегенең сәркәтибе вазифаһын башҡарыусы Тимур Рәмов ҡатнашты.

--Һуңғы 2 йылда төбәктә 9 модулле фельдшер-акушер пукты барлыҡҡа килде. Шуларҙың дүртәүһе уҙған йылда эшләй башланы. Бынан алда Федоровка, Әҙел ауылдары халҡы ошондай ҡыуаныс кисерһә, әле бына маҡандарға ла сират етте,--тине башлыҡ Рөстәм Денислам улы, ауыл халҡын ихлас сәләмләп.—Сиратта Аҡнаҙар, Бәләкәй Арыҫланғол, Мәмбәт ауылдары тора. Киләсәктә лә урында йәшәүселәр сифатлы медицина ярҙамы алһын өсөн медицинаның беренсел звеноһы яңыртылыуын дауам итәсәк.

Уңайлы шарттар тыуҙырылыуға 30 йылға яҡын эш стажы булған фельдшер Гөлшат Ғәйнизар ҡыҙы ҡыуана. Эргә-тирәлә уның абруйы ҙур, ниндәй хәл булһа ла кешеләр уға йүгереп бара. Бер хеҙмәткәр биләмәлә йәшәгән 1 меңгә яҡын кешенең һаулығы һағында тора.

--Быға ҡәҙәр эшләп килгән медицина пунктының бинаһы бигерәк хөрт ине. Бында иһә хөрриәт, рәхәтләнеп кешеләрҙе ҡабул итергә, дауаларға була,--тине фельдшер Гөлшат Яҙыҡбаева, ил, республика, район етәкселегенә рәхмәт әйтеп.

Автор:Гульдар Кадаева