АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Ғинуар 2022, 11:25

Сағыу төҫтәре алыҫтан күренә

Сибай ҡалаһында автомобилдәр хәрәкәтен светофорҙан тыш көйләүҙе күҙ алдына килтереп булмай. Инновацион технологиялар ярҙамында эшләнгән яңы ҡорамалдар иһә юлаусыларға ҙур уңайлыҡтар тыуҙыра.

Сағыу төҫтәре алыҫтан күренә
Сағыу төҫтәре алыҫтан күренә

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы Сибай ҡалаһының Киров, Тыныслыҡ урамдарында, шулай уҡ Зәки Вәлиди һәм Пионерҙар урамдары киҫелешенә яңы яҡтылыҡ диодлы светофорҙар ҡуйылды. Юл хәрәкәтен көйләүсе ҡоролмалар төрлө һауа шарттарында ла төҫтәренең сағыулығын һаҡлай, шулай уҡ улар хеҙмәтләндереү һәм ҡулланыуҙа ябай, электр энергияһын да артыҡ сарыфламай.

Яҡтылығы оптималь булғанлыҡтан төҫтәр алыҫтан уҡ яҡшы күренә, ҡояшҡа сағылмай, шул рәүешле был киҫелештәрҙә юл хәрәкәте фажиғәләре кисектерелә.

Киләсәктә Матросов менән Пионерҙар урамдары киҫелешендәге иҫке лапмпалы светофорҙарҙы яңы яҡтылыҡ диодлыға алмаштырыу күҙаллана.

Юл хәрәкәтен хәүефһеҙ итеү маҡсатында ҡала урамдарында, атап әйткәндә Таусылар проспекты, Ленин урамындағы балалар баҡсалары, мәктәптәр алдындағы йәйәүлеләр өсөн үткәүлектәр алдында яһалма ҡаршылыҡтар барлыҡҡа килде. Бындай ҡаршылыҡтар алдынан һәр водитель автомобиленең тиҙлеген кәметергә мәжбүр. Тиҙлекте тотҡарлау сараһы авария күп теркәлгән йәки юлдың хәүефле урындарында юл хәрәкәтен именлеккә көйләй.

Автор:Гульдар Кадаева