АТАЙСАЛ
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Милли проекттар
11 Декабря 2021, 13:30

Госпиталь төҙөлә башланды

Башҡоростанда Бөтә Рәсәй медицина форумы сиктәрендә Сибай һәм туймазы ҡалаларында ике ковид госпиталь төҙөлә башланы. Видеокәңәшмә барышында төҙөлөшкә Республика Башлығы Радий Хәбиров старт бирҙе.

Госпиталь төҙөлә башландыГоспиталь төҙөлә башланды
Госпиталь төҙөлә башланды

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ике ҡаланың да Өфөнән алыҫта булыуы иҫәпкә алынып октябрь айында был тарафтарҙа госпиталь төҙөү мәсьәләһе хәл ителде. Сибайҙа яңы инфекцион үҙәк өсөн Бүләков, Чайковский урамдары, Индустриаль шоссе киҫелешендәге буш урын һайлап алынды. Был медицина учреждениеһы Зубово һәм Стәрлетамаҡтағы кеүек ҡурайҙың ете тажы рәүешендә буласаҡ.

Беренсе сиратта 40 боксҡа иҫәпләнгән өлкәндәр, реанимация, инфекцион сирлеләр өсөн 10 бокслы интенсив терапия, ҡабул итеү-диагностика бүлектәре, экспресс-лаборатория, дарыухана сафҡа инәсәк. Икенсе сиратта патологоанатомия бүлеген төҙөү күҙаллана.

Төҙөлөш-монтаж эштәренә 1,25 млрд һум аҡса талап ителһә, 745 миллион һумға ҡорамалдар һатып алынасаҡ. Дауахана 45 көн эсендә төҙөлөп бөтөргә тейеш.

--Был төҙөлөш беҙҙең өсөн оло ваҡиға. Һүҙем Сибай ҡалаһы ғына түгел, тотош Урал аръяғы тураһында. Сибайҙың Урал аръяғы үҙәге булыуы иҫәпкә алына. Дауаханалар төбәк халҡын хеҙмәтләндерә, ковид сирлеләр ҙә беҙҙең госпиталдә дауалана. Киләсәктә тағы ла ҡеүәтле үҙәк төҙөлөүе ҡыуаныслы.

Бында һәр кемгә юғары квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтеләсәк. Сифатлы хеҙмәтләндереү ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итәсәк.

Урал аръяғы шулай уҡ башҡалабыҙ Өфөнән иң алыҫта ятҡан төбәк. Шуға күрә лә Сибайҙа күп тармаҡлы клиник-диагностика үҙәге төҙөлөү стратегик мәсьәлә.

Был үҙәк төбәгебеҙҙең барлыҡ медицина учреждениеларын берләштергән өр-яңы заманса дауахана булырына шик юҡ, -- тине төҙөлөш башында Сибай ҡалаһы хакимиәте Рөстәм Афзалов.

Башлыҡтың һүҙҙәрен Сибай үҙәк дауаханаһының баш табибы Радик Нәҙерғолов та ҡеүәтләне.

-- --Ковид госпиталь 50 бокс-палатанан торасаҡ. Бокстың ниндәй булыуы дауаланыусыларҙың һанына ҡарап билдәләнә. Әйтәйек, 4 койка бер бокслы палатала урынлашыуы ихтимал. Был дауахана 200 сирлене дауалауға ярашлаштырыла.  Әгәр ҙә ауырыуҙар һаны арта ҡалһа, госпиталдең һәр тажын киңәйтеү мөмкинлеге бар.

Был медицина учреждениеһы төҙөлөшө беҙҙең Урал аъяғы өсөн мөһим ваҡиға. Ни тәһәң дә төбәктә 160 меңдән ашыу кеше йәшәй. Баш ҡаланан беҙҙең яҡ ныҡ йыраҡта урынлашҡан. Әлбиттә, госпиталдең өҫтөнлөгө матди-техник яҡтан заманса булыуында.

Дауалау-диагностика, диагностика ҡабул итеү урыны, функциональ диагностика айырым- айырым буласаҡ.

Бындай мөмкинлектәр беҙҙең табиптарға заманса дауалау шарттары тыуҙыра.

Ҡорамалдарға килгәндә ул заманса булырына шик юҡ. Реанимацияла ИВЛ аппараттары, компьютер тамографы, ренген аппараттары, узи бөтәһе лә бында буласаҡ.

Кадарҙар мәсьәләһенә килгәндә бөгөнгө көндә белгестәргә ҡытлыҡ кисермәгән медицина учреждениеһы юҡ. Беҙҙә лә был тәңгәлдә эшләйһе бар. Әммә коронавирус пандемияһы башланғандан алып беҙҙең белгестәр һаулыҡ һағында ныҡлы торҙо. Тотҡарлыҡтар булманы, шуға күрә был госпиталдә дә кадрҙар менән хәл киҫкен булмаҫына ышанам.

 Заманса медицина үҙәге урында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә төҙөлә.

 

Госпиталь төҙөлә башланды
Госпиталь төҙөлә башланды
Госпиталь төҙөлә башланды
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас