Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Ноябрь 2021, 18:10

Миҙал биҙәй түштәрен

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов "Демография" милли проектына ярашлы күп бала бағыусы – Миләүшә Антонова менән Роза Ҡорбановаға «Әсәлек даны» миҙалы тапшырҙы.  

Миҙал биҙәй түштәрен
Миҙал биҙәй түштәрен

Аҡъярҙа йәшәүсе Миләүшә һәм Алексей Антоновтар 5 бала тәрбиәләй. Бәхетле ата-әсә балаларын эшкә өйрәтә, сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтыра, ғаилә ҡиммәттәрен баһаларға өйрәтә. Күмәкләшеп ҡул эштәре менән булышалар, иҫке мебелде реставрациялайҙар, һүрәт төшөрәләр, йырлайҙар, бейейҙәр.

Роза һәм Абдусам Маҡанда тора. Уларҙың ғаиләһе инде тағы ла ҙурыраҡ—7 балалары бар. Ишле ғаилә ҙур шәхси хужалыҡтарында күп итеп мал аҫрай. Ҡыҙҙар-малайҙар спорт, музыка, бейеү менән бик теләп шөғөлләнә. Атайҙары бкш ваҡытта улдарын көрәш серҙәренә төшөндөрә.

Миҙал биҙәй түштәрен
Миҙал биҙәй түштәрен
Автор:Гульдар Кадаева