Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Ноябрь 2021, 15:35

Халыҡ мәшғүллеген ҡайғыртып

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам” милли проектына ярашлы бер юлы ике коворкинг-үҙәк асылды.

Халыҡ мәшғүллеген ҡайғыртып
Халыҡ мәшғүллеген ҡайғыртып

«Балта» коворкинг-үҙәген шәхси эшҡыуар Рәмил Билалов булдырған. Бында ҡул эштәре оҫталары, кәсепселәргә уңайлы эш шарттары булдырылған.
"Әҙел" көнкүреш коворкинг-үҙәген Лилиә Биксембәтова етәкләй. Бында халыҡҡа иһә парикмахер, тырнаҡ яһау сервисы, кейем тегеү, асҡыс эшләү, көнкүреш һәм компьютер техникаһын ремонтлау кеүек хеҙмәттәр күрһәтелә.

Автор:Гульдар Кадаева