АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Ноябрь 2021, 16:50

Ысын байрам буласаҡ

Тиҙҙән республиканың ике районында заманса кинозалдар эшләй башлаясаҡ.  Улар «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә Рәсәй Кино фондынан финансланды.   Беренсеһе--25 ноябрҙә Благовар районы үҙәге Языков ауылындағы мәҙәниәт һарайында «Звездный» кинозалы үҙ ишектәрен асһа, Урал аръяғының Хәйбулла районында иһә яңы мәҙәниәт усағы декабрь башында эшләй башлаясаҡ. Унда 3D форматында ла кино ҡарап буласаҡ.

Ысын байрам буласаҡ
Ысын байрам буласаҡ

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Мәҙәниәт» милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы тормошҡа ашырыла.

--Шулай итеп тиҙҙән Аҡъярҙа 3D форматында фильмдар ҡарай аласаҡбыҙ,-- тип яҙҙы муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов Бәйләнештә селтәрендәге сәхифәһендә.--Бөгөнгө көндә белгестәр И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжының 2-се корпусындағы акттар залын ошо маҡсатта ныҡлы әҙерләй. Бында 6х2,9 метрлыҡ экран, лазерлы проекция ҡоролмаһы, заманса тауыш системаһы ҡуйыла, кинобилет системаһы булдырыла. 50 урынға иҫәпләнгән тамашасы залына  уңайлы ултырғыстар ҡуйыла.

Декабрь башында фильмдар күрһәтә башлау планлаштырыла. Тамашасылар картинка һәм тауыш сифаты менән ҡәнәғәт ҡалыр, тип ышанам. Сөнки бында ҙур ҡалаларҙың кинотеатрҙарында торған кеүек үк сифатлы ҡоролмалар ҡуйыла. Кинозал асылыуы беҙҙең өсөн ысын байрам буласаҡ.

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте башлығы диуарынан.

Ысын байрам буласаҡ
Ысын байрам буласаҡ
Ысын байрам буласаҡ
Автор:Гульдар Кадаева