Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Октябрь 2021, 10:35

Урыны уңайлы, шарттары ла яҡшы булмаҡсы

Сибайҙа инфекцион госпиталь төҙөләсәге хаҡында күптән түгел республика Башлығы Радий Хәбиров Әбйәлил районының Дауыт ауылы халҡы менән осрашҡанда белдергәйне. Башлыҡ төбәктә тағы Сибайҙа һәм Туймазы ҡалаһында госпиталдәр асылып, унда эргә-тирәләге райондарҙан сирлеләр дауаланасағын әйтте. Медицина учреждениеһы төҙәләсәк урында шаршамбыла Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров кәңәшмә уҙғарҙы. Госпиталь Чайковский, Бүләков урамдары һәм Индустриаль шоссеһы араһындағы буш урында ҡалҡып сығасаҡ. Проект күп ҡатлы йорттар һәм электр линиялары арауығы иҫәпкә алынып, санитар талаптарға тура килерлек итеп эшләнгән.

Урыны уңайлы, шарттары ла яҡшы булмаҡсы
Урыны уңайлы, шарттары ла яҡшы булмаҡсы

Премьер-министрҙың коммуналь предприятиелар етәкселәре, ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов менән кәңәшләшкәндән һуң ковид-госпиталь өсөн урын тота килеп һайланмауы асыҡланды. Тап ошо ерҙән бөтә инженер селтәрҙәре үтә, саниавиацияның вертолет майҙансығы өсөн дә урын бар. Андрей Геннадьевич әйтеүенсә, киләсәктә госпиталде инфекцион үҙәк булараҡ үҙгәртеү мөмкин.

--Әлеге ваҡытта Башҡортостанда Өфө эргәһендә Зубовола һәм Стәрлетамаҡта ике ковид-госпиталь эшләй. Улар коронавирус пандемияһы башланғас сафҡа инде. Әле тағы ике дауалананыу учреждениеһы төҙөйәсәкбеҙ. Уларҙы кәрәк саҡта коридорҙарға ла карауат ҡуйырлыҡ итеп һаласаҡбыҙ. Ваҡыт үтеп, яман сир таралыу туҡтаһа, был дауаханалар инфекцион үҙәк булараҡ эшмәкәрлектәрен дауам итәсәк. Сөнки вирус йоҡторусылар палаталарҙа берәр генә ятырға тейеш. Быға ҡәҙәр беҙ сирлеләргә бындай шарттар тыуҙыра алманыҡ. Әлеге ваҡытта коронавирус инфекцияһына ҡаршы проблеманы хәл итеү менән бер рәттән, ғөмүмән, йоғошло ауырыуҙарҙы дауалау йүнәлешен дә хәстәрләйбеҙ,--тине Премьер-министр.

Кәңәшмәлә бер нисә тапҡыр проекттың универсаль булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алынды: дауахана ҡурайҙың 7 тажы рәүешендә буласаҡ. Уның һәр корпусын кәрәк булһа оҙонайтыу мөмкинлеге тыуҙырыла. Әйткәндәй, Рәсәйҙең 17 төбәге проектты оҡшатҡан. Күрше Ырымбур өлкәһендә ошондай объект төҙөлөп бөтөп бара. Кәңәшмәлә онлайн ҡатнашҡан проект авторы Андрей Стариков уның эше менән Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе. Ошо көндәрҙә архитектор уны Санкт-Петербургта ла күрһәткән.

--Эшемде хупланылар, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы проектты донъя кимәлендә тиражларға уйлай,--тине А.Стариков. Ул буласаҡ госпиталдең һүрәтен дә күрһәтте. Ысынлап та, матур, стилле, заманса килеп сығырға тейеш. Консилиумда ҡатнашыусылар бинаның сейә-ҡара төҫлө булыуын ғына оҡшатманы. Архитектор уны шунда уҡ башҡаларҙың да, үҙенең дә күңеленә ятҡан сейә-аҡ төҫтәренә алмаштырҙы.

Рөстәм Афзалов Башҡортостан Республикаһы Башлығына һәм Хөкүмәт етәкселегенә Урал аръяғы проблемаларын яҡшы аңлағандары, халыҡ сәләмәтлеген ҡайғыртҡандары өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул шулай уҡ ковид-госпиталгә килеп эшләйәсәк белгестәргә торлаҡ һатып алыу мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам һораны. Муниципалитет торлаҡ һатып алыуҙы финансларға әҙер, тик ведомстволар араһында килешеүҙе көйләргә генә кәрәк. Госпиталдең төҙөлөшөнә килгәндә, Андрей Геннадьевич беренсе свай ҡатылғандан алып ул тулыһынса сафҡа ингәнсе яҡынса 2 ай ай ваҡыт үтәсәк тип белдерҙе. Әммә төҙөлөштө башлар алдынан эшләй торған процедуралар етерлек. Уларҙы атҡарыуға ла бер ни тиклем ваҡыт талап ителә.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусы республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин тиҙҙән Сибай медицина йәһәтенән күрше өлкәләргә конкуренция тыуҙыра аласаҡ тип әйтеп китте.

–Зубоволағы һәм Стәрлетамаҡтағы ике госпиталь үҙҙәренең әһәмиәтен иҫбатланы. Быны башҡа төбәктәрҙә йәшәүсе коллегалар ҙа әйтә. Сибайҙа ла заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған медицина учреждениеһы төҙөү--бик кәрәкле эш. Был бөтә Урал аръяғы өсөн эшләнә. Сибай һаулыҡ һаҡлау буйынса үҙәккә әйләнеп китһен өсөн дә компетенцияларҙы нығытабыҙ,--тине министр.

Андрей Назаров Максим Забелинға урында госпиталь төҙөлөшөн үҙ ҡарамағына алырға ҡушты. Үрҙә әйтеүебеҙсә, бында бөтә Урал аръяғынан килеп дауаланасаҡтар. Ни тиәһәң дә, төбәктә 500 меңдән ашыу кеше йәшәй.

Инфекцион госпиталь 40-ар боксты үҙ эсенә алған 4 бүлектән торасаҡ. Шуларҙың береһе 10 бокстан торған реанимация һәм интенсив терапия бүлеге буласаҡ.Ҡалғандары--ҡабул итеү, экспресс-лаборатория, патологоанатом бүлектәре. Бынан тыш, госпиталдең үҙ медицина газдары станцияһы булыуы бигерәк тә отошло.

Гөлнәзирә Ишбирҙина, Ринат Муллағолов фотолары.

Урыны уңайлы, шарттары ла яҡшы булмаҡсы
Урыны уңайлы, шарттары ла яҡшы булмаҡсы
Автор:Гульдар Кадаева