Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Октябрь 2021, 09:00

Ҡыҙҙар—илгә биҙәк

Йылайыр районының ЗАГС бүлегендә быйыл тыуған икенсе пар игеҙәктәр теркәлгән. Илгиз һәм Дания Илбаҡовтарҙың ишле ғәиләһенә йәм өҫтәп Әлиә һәм Юлиә исемле ҡыҙҙары тыуған.  

Ҡыҙҙар—илгә биҙәк
Ҡыҙҙар—илгә биҙәк

13 октябрҙә донъяға ауаз һалған ҡыҙҙарҙың 2008, 2009 йылғы Янур һәм Тимур ағайҙары, 2012,2018 йылғы Яҙгөл һәм Азалия апайҙары бар. Күп балалы ғаиләгә именлек, сабыйҙарының үҙҙәренә иш булып, аҡыллы, тәүфиҡлы булып үҫеүҙәрен теләйбеҙ! 

Автор:Гульдар Кадаева