АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Октябрь 2021, 16:00

Исеме матур--Аиша

Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә 600-сы бала тыуыу тураһында акт теркәлгән. Ул ҡыҙ бала һәм уның исеме--Аиша. Сабый 15 октябрҙә тыуған, бәпестең тән ауырлығы 3550 г, буйы 53 см.

Исеме матур--Аиша
Исеме матур--Аиша

Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә 600-сы бала тыуыу тураһында акт теркәлгән. Тәбир Зәбир улы һәм Аделина Ирек ҡыҙы Сәфиуллиндарҙың тәүге сабыйҙары Аиша тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтың һаны түңәрәк һанға тура килгән. Аиша 15 октябрҙә тыуған, бәпестең тән ауырлығы 3550 г, буйы 53 см.

Тыуыу тураһында таныҡлыҡ алырға йәш атай үҙенең әсәһе Резеда Риф ҡыҙы менән килгән.

--Аиша минең беренсе ейәнсәрем. Уға исемде улым менән киленем ҡушты. Мин балаларымдың имен-һау, бәхетле булыуҙарын теләйем,--тине йәш ҡартәсәй.

Тәбир Сәйфуллин иҫтәлекле бүләктәр өсөн Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Денис Назаровҡа ҙур рәхмәттәр белдерҙе.

Исеме матур--Аиша
Исеме матур--Аиша
Автор:Гульдар Кадаева