АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Сентябрь 2021, 11:15

Уңайлы, ыҡсым һәм тиҙлекле

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлау тармағында берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә берҙәм цифрлы контур булдырыу” төбәк проектына ярашлы Сибай үҙәк дауаханаһына 5 OKSI T8 планшет компьютерҙары ҡайтарылды.

Уңайлы, ыҡсым һәм тиҙлекле
Уңайлы, ыҡсым һәм тиҙлекле

Хәҙер тиҙ ярҙам фельдшерҙары интернет селтәренә тоташҡан планшеттар ярҙамында онлайн шылтыратыуҙар ҡабул итә ала. Шулай уҡ сирлегә ярҙам күрһәтергә китеп барғандарында юлда уҡ уның ауырыуы хаҡында мәғлүмәттәр менән дә танышып бара. Заманса техника беренсел медицина документация тултырыу өсөн дә уңайлы.

#ЦГБСИБАЙ
#НацПроектЗдравоохранение
#НацПроектЗдравоохранение02
#национальныепроекты
#нацпроекты
#минздраврб #мзрб #башкирия #берегитездоровье #здороваяреспублика

Автор:Гульдар Кадаева