Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Сентябрь 2021, 09:00

Мәҙәниәт йортон байытҡандар

Хәйбулла районының Ғ.Моталов исемендәге мәҙәниәт йортонда “Мәҙәниәт” милли проектының “Бәләкәй тыуған ер мәҙәнәите” проекты сиктәрендә ҡайтарылған әйберҙәр барланды. Шуны билдәләп китеү зарур: Йәнтештең мәҙәниәт йорто проектта ҡатнашып ауыл мәҙәниәт усағының матди базаһын яңыртыуға грант отҡан. Грант аҡсаһына нимәләр һатып алыныуын белергә теләһәгеҙ, һылтанма аша сайтҡа үтегеҙ.  

Мәҙәниәт йортон байытҡандар
Мәҙәниәт йортон байытҡандар

Грант аҡсаһына музыкаль һәм яҡтыртыу ҡоралдары, спорт инвентаре, милли костюмдар, бильярд һәм теннис өҫтәле, оргтехника, иң мөһиме–19 урынлыҡ Газель--NEXT автомобиле һатып алынған.

Йәнтештәрҙең шатлығын уртаҡлашырға Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, башлыҡтың социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова барҙы.

--Мәртәбәле ҡунаҡтарға ижади коллективтар концерт күрһәтте. Сәхнәбеҙ сағыу, костюмдар күҙҙең яуын алырлыҡ, музыка, яҡтылыҡ ҡоралдары һәр тамашаға айырым биҙәк бирә. Хатта күрше тирәләге ауылдарға концерт менән барырға, район үҙәгендә уҙғарылған конкурстарҙа ҡатнашыу хәҙер беҙгә проблема түгел. Газелебеҙгә ултырабыҙ ҙа сығабыҙ китәбеҙ,--ти ауыл китапханаһы мөдире Рәсих Әхмәтов.

#нацпроекты#миллипроекттар#культура

Мәҙәниәт йортон байытҡандар
Мәҙәниәт йортон байытҡандар
Автор:Гульдар Кадаева