Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Сентябрь 2021, 11:40

Өйҙә ултырып һөйләшәләр

Хәйбулла районының Аҡнаҙар һәм Урыҫбай ауылдарына МТС мобиль элемтәһе барып етте.

Өйҙә ултырып һөйләшәләр
Өйҙә ултырып һөйләшәләр

Элемтә - фемтосота технологияһы буйынса эшләгән бәләкәй радиуслы станция аша тапшырыла (МТС һәм Ростелеком операторҙарының проекты).

Төпкөл ауылдарҙы элемтәле итеү “Цифрлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса тормошҡа ашырыла.

Элемтә Аҡнаҙарҙа тулыһынса тота. Урыҫбай ауылында Аҡъегет урамында ғына насар тота. Ҡалған урамдарҙа өйҙән ултырып рәхәтләнеп һөйләшеп була. Элемтә булғас, билдәле, юғары тиҙлекле интернат та бар.

#нацпроекты#миллипроекттар

Автор:Гульдар Кадаева