АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Август 2021, 09:00

Элемтә эҙләп тау башына сығырға кәрәкмәй

Быға тиклем стационар телефондар аша бер-береһе менән бәйләнеш тотҡан Хәйбулла районының Аҡъюл, Бәләкәй Арыҫланғол (Вәзәм) ауылдарында МТС керәҙле элемтәһе барлыҡҡа килде.

Элемтә эҙләп тау башына сығырға кәрәкмәй
Элемтә эҙләп тау башына сығырға кәрәкмәй

Был тәңгәлдә эштәр Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың төпкөл ауылдарҙы керәҙле элемтәгә тоташтырырға ҡушыуы буйынса атҡарыла. Проект МТС операторы һәм Ростелеком компанияһы хеҙмәттәшлеге һәм сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Ауылдарҙа фемтосота – миниатюр һәм аҙ ҡеүәтле керәҙле элемтә станцияһы эшкә көйләнде. Ул 500 метр алыҫлыҡ радиусын хеҙмәтләндереүгә һәләтле. Ошондай микро базалы станциялар август аҙағына ҡәҙәр төбәктең тағы 5 ауылына – Урыҫбай, Аҡнаҙар, Үрнәк, Һаҡмар-Наҙарғол һәм Ҙур Арыҫланғолға (Сик) ла урынлаштырыласаҡ.

Элемтә эҙләп тау башына сығырға кәрәкмәй
Элемтә эҙләп тау башына сығырға кәрәкмәй
Автор:Гульдар Кадаева