

Төркмән урта мәктәбе коллективы—гәзиттең күптәнге тоғро дуҫтары. Баш-ҡортостандың атҡаҙанған мә-
ғариф хеҙмәткәре, район Советы депутаты Зәһүрә Сәғәҙәт ҡыҙы Ҡаһарманова етәкләгән Беренсе Төркмән мәктәбе коллективы уҡытыу-тәрбиә эшендә яҡшы һө-ҙөмтәләргә өлгәшә, Моҡас ауыл биләмәһенең тормо-шонда мөһим роль уйнай.
Үҙенең уҡытыу осоронда Беренсе Төркмән мәктәбе район, республика һәм ил кимәлендә танылған шәхестәр үҫтереп сығара һәм үҙенең уҡыусылары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Мәҫәлән, Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Баязитова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Ғиззәтуллина, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, «Бүреләр» рок төркөмө етәксеһе, йырсы Илшат Абдуллин, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия универ-ситетының психология факультеты деканы Лилиә Халиҡова һәм башҡа-лар Төркмән урта мәктәбен тамамлаған.
Әле Зәһүрә Ҡаһарманова етәкләгән педагогик коллективта бөтәһе 27 кеше эшләй, шуларҙың 15-е—педагог, бары-һы ла юғары категориялы. Зәһүрә Сәғәҙәт ҡыҙы хеҙмәт юлын 1994 йылда тап ошо мәктәптә башлай һәм 20 йылдан ашыу директор вазифаһын уңышлы атҡарып килә. Белем усағына Иҫәнбәт, Басай, Әхмәр һәм Абҙаҡ ауылдарынан уҡыусылар йөрөп уҡый. Заман талаптарына яуап биргән яңыртылған белем усағында әле 92 бала белем ала. Быйыл «Һуңғы ҡыңғырау» тик 9-сы класс уҡыусылары өсөн генә яңғыраны, 16 бала мәктәпте тамамлай. Яңы уҡыу йылына 11 ҡыҙ һәм малайҙар парта артына ултырасаҡ.
Мәктәп коллективы үҙ иңенә йөкмәтелгән бурыстарҙы лайыҡлы атҡара, белемле, рухлы йәш быуын тәрбиәләүгә күп көс һала. Балаларҙың һәләтен артабан үҫтереү маҡсатында төрлө түңәрәктәр, секциялар эшләй. Мәҫәлән, физкультура уҡытыусыһы Азат Әхмәтов мәктәптә шашка, шахмат бу-йынса түңәрәк алып бара. Хәҙер уның тәрбиәләнеүселәре араһында район, зона, республика, хатта Рәсәй чемпиондары ла бар. Белем усағы спорт ҡаҙаныштары менән дан тота. Әсҡәт Ҡадыров волейбол, Айнур Рәсүлев—теннис, Азат Әхмәтов мини-футбол, пионербол һәм баскетбол секцияларын үткәрә. Малайҙарҙың һәм ҡыҙҙарҙың футбол командалары район спартакиадаһында һәр саҡ беренсе һәм икенсе урынды яулаһа, ҡыҙҙарҙың баскетбол командаһы зона ярыштарында алдынғылыҡты бирмәй.
2019 йылда мәктәптә «Үҫеш нөктәһе» гуманитар һәм һанлы технологиялар үҙәге асыла. Балалар 3D принтерҙа эшләй, квадрокоптерҙар менән идара итә, виртуаль шлем кейеп сәйәхәт яһай, шахмат менән шөғөлләнә, манекендарҙа тәүге медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәнә. Фәймә Ихсанова алып барған «3D моделләштереү» түңәрәгендә шөғөлләнергә теләүселәр бигерәк тә күп, улар төрлө әйберҙәр эшләй, махсус программалар аша йорт, баҡса, мебель, интерьерҙарҙы йыһазландырырға өйрәнә, бигерәк тә буласаҡ инженерҙар өсөн был йүнәлеш бик урынлы. Дилә Ирғәлина алып барған театр, Сәүиә Мәҡсүтованың «Йәш экологтар» түңәрәгендә лә уҡыусылар бик теләп шөғөлләнә.
Күптән түгел белем усағында үткән «Йондоҙҙар парады»нда мәктәптең яңы йондоҙсоҡтары балҡыған. Тик «5»-кә өлгәшкән уҡыусылар Гөлфинә Хөсәйенова, Гөлдәриә Фәтҡуллина, Арслан Мәҡсүтов, Фаягөл Фәтхетдинова, Салауат Харрасов, Эльнара Мөсәлимова, Нурания Ҡаһарманова һәм Ғайсар Килдейәровтар мәктәптең «Йондоҙсоҡтар таҡтаһы»нда үҙ исемдәрен ҡалдырған. Уҡыу алдынғылары менән бер рәттән мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнаш-ҡан уҡыусылар, спорт, төрлө олимпиада еңеүселәре лә бүләкләнгән. Уҡыусыларҙы төрлө конкурс, ярыштарға әҙерләгән уҡытыусыларға лә рәхмәт һүҙҙәре еткерелгән. Быйылғы уҡыу йылында «Йыл уҡыусыһы» исеменә 9-сы класс уҡыусыһы Ғайсар Килдейәров лайыҡ булған. Ғайсар уҡыуҙа алдынғылыҡты бирмәй, ул—Рәсәй, республика һәм район конкурстарында әүҙем күрһәтеп, призлы урындар яулаған уҡыусыларҙың береһе. Шулай уҡ ул Баймаҡ районында үткән йондоҙҙар парадында ҡатнашҡан.
Төркмән урта мәктәбе коллективы уҡыусыларҙың киләсәген хәстәрләй, һай-лаясаҡ һөнәрҙәренә етди ҡарай, был тәңгәлдә Сибай педагогия колледжы менән килешеү төҙөлгән.
—Заман талаптарына яуап биргән, реконструкция үткән белем усағында уҡытыр өсөн дә, уҡыусыларға ла тик «бишле»гә уҡыр өсөн бар шарттар булдырылған. Компьютер кластары, «Үҫеш нөктәһе» спортзал һәм башҡа кабинеттар, өр-яңы мебелдәр, ашхана һәм башҡалар—барыһы ла уҡыусыларҙың белемгә ынтылышын арттыра, ә уҡытыусыларға эшләү өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙыра. Шуға беҙҙең мәктәптә һәммәһе лә уңыштарға өлгәшә. Бергәләшеп милли матбуғатҡа ла яҙылабыҙ. «Атайсал» гәзитенә коллектив менән яҙылып ҡуйҙыҡ, «Урал аръяғы» шифаханаһына юллама уйнатылыуын белгәс, бигерәк дәртләнеп киттек, бәлки, бәхет йылмайыр, тотош коллектив менән бер көн ял итеп тә ҡайтырбыҙ. «Атайсал»да баҫылған мәҡәләләрҙе дәрестәрҙә, тәрбиәүи сараларҙа ҡулланабыҙ, башҡа райондарҙа йәшәүсе коллегаларҙың эш алымдарын, тәжрибәләре менән танышабыҙ,—ти мәктәп директоры Зәһүрә Сәғәҙәт ҡыҙы.
Моҡас ауыл биләмәһе башлығы Гөлназ Хажина ла мәктәп коллективы хаҡында тик ыңғай фекерҙә. «Ауыл биләмәһендә үткән барлыҡ сараларҙа Төркмән урта мәктәбе коллективы әүҙем ҡатнаша. Шулай уҡ махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәргә гуманитар ылау туплауҙа ла уларҙың ярҙамы баһалап бөткөһөҙ. Уҡытыусылар һәм хеҙмәткәрҙәр менән бергәләп һалма ҡырҡыу булһынмы, маскировкалау селтәрҙәре үреүме, окоп шәмдәре эшләү, шифалы үлән сәйҙәре, өй күстәнәстәре, йылы ке-йем һәм башҡа кәрәк-яраҡтар туплаумы—барыһында ла әүҙемдәр. Ә инде ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһында улар һәр саҡ дәррәү. Мәктәп коллективына бары тик рәхмәт һүҙҙәрен генә еткергем килә»,—ти Гөлназ Айрат ҡыҙы.
Шулай уҡ подписка ойоштороуға ярҙам иткән Төркмән почта бүлексәһе почтальоны Ишдәүләт Рәсүлевҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.