Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
5 Сентябрь 2025, 21:05

Айбулат Уразбахтин "Атайсал" гәзитен яҙҙыртты!

“Урал аръяғы” инвестһабантуйында барған “Изге подписка” акцияһына 80-ләп кеше ҡушылды.  Сибай ҡалаһы эшҡыуары, “Зауралинфо” нәшриәт үҙәге директоры Айбулат Уразбахтан махсус хәрби операцияла улдарын юғалтҡан 2 әсә – Зәкирә Булатова һәм Нәйлә Әбүбәкироваға 2026 йылдың 1-се ярты йыллығына “Атайсал” гәзите яҙҙырҙы. Айбулат Алик улы “Атайсал” гәзите менән  күптән хеҙмәттәшлек итә. Уның тәрән фәлсәфәүи мәҡәләләре баҫма биттәрендә даими сығып тора. Полдписка мәлендә лә гел 10 һәм унан да күберәк оло кешегә гәзит яҙҙырып ҡыуандыра. Иртәгә “Башҡорт аты” фестивалендә хәйриә акцияһы дауам итәсәк. Теләгән һәр кем уға ҡушыла ала.  

Айбулат Уразбахтин "Атайсал" гәзитен яҙҙыртты!
Айбулат Уразбахтин "Атайсал" гәзитен яҙҙыртты!

“Изге подписка”ға Башҡортостан министрлыҡтары етәкселәре ҡушылды

“Урал аръяғы” инвестһабантуйында барған “Изге подписка” акцияһына 80-ләп кеше ҡушылды. Улар араһында республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары–сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев менән республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары–спорт министры Руслан Хәбибовтың булыуы акцияның әһәмиәтен  арттыра. Һәр ваҡыттағыса, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев та сараға үҙ өлөшөн индерҙе.

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты, Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай депутаты Тимур Хәкимов Башҡортостандан сыҡҡан яугирҙарҙың балаларына 50 дана “Аҡбуҙат” журналын яҙҙырҙы.

БР Хөкүмәтенең Мәғлүмәт тәьминәте һәм киң мәғлүмәт саалары менән эш итеү департаменты директоры Альбина Вәлиева ярҙамы менән бер нисә МХО ҡатнашыусыһының ғаиләһе “Башҡортостан” гәзите менән гәзиттең “Башҡортостан.Йома” сығарылышын алдырасаҡ.

– “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто менән Рәсәй почтаһының “Изге подписка” акцияһы – бик кәрәкле һәм изге ниәтле башланғыс. Унда йыл әйләнәһенә почтаның бөтә бүлексәләрендә, шулай уҡ “Матбуғат йорто”нда ҡатнашырға мөмкин, – тине Альбина Вәлиева.

Инвестһабантуйҙа йөрөгән итальян эшҡыуары Элио Капиелло ла акцияға ҡушылды. Ул МХО ҡатнашыусыһы ғаиләһе өсөн “Аҡбуҙат” балалар журналын яҙҙырҙы.

Сибай ҡалаһы эшҡыуары, “Зауралинфо” нәшриәт үҙәге директоры Айбулат Уразбахтан махсус хәрби операцияла улдарын юғалтҡан 2 әсә – Зәкирә Булатова һәм Нәйлә Әбүбәкироваға 2026 йылдың 1-се ярты йыллығына “Атайсал” гәзите яҙҙырҙы.

Айбулат Алик улы “Атайсал” гәзите менән  күптән хеҙмәттәшлек итә. Уның тәрән фәлсәфәүи мәҡәләләре баҫма биттәрендә даими сығып тора. Полдписка мәлендә лә гел 10 һәм унан да күберәк оло кешегә гәзит яҙҙырып ҡыуандыра.

Иртәгә “Башҡорт аты” фестивалендә хәйриә акцияһы дауам итәсәк. Теләгән һәр кем уға ҡушыла ала.

 

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас