Тәүге һөнәре буйынса филолог булараҡ, Юлиә Сынбулат ҡыҙы башҡорт теленә һәм әҙәбиәтенә ғашиҡ. Башҡортса гәзит-журналдар уҡырға ярата. «Атайсал» гәзитенә яҙылғандар араһында «Урал аръяғы шифаханаһы»на йүнәлтмә отторола тигән иғланды уҡығас, ул шундуҡ почта бүлексәһенә барып яҙыла һәм квитанцияны редакцияға алып килеп тапшыра. Акция хаҡында коллегаларына ла әйтә. Улар ҙа гәзиткә яҙыла.
-Нишләптер йүнәлтмә миңә эләкһә ине!—тип ныҡ теләнем. Һәм бына ул минең ҡулымда! Һеҙгә һәм шифахана етәкселегенә ҙур рәхмәт!—тип ҡыуана уҡытыусы.-Яңы уҡыу йылы алдынан ял итеп алыу яҡшы булыр. Был сертификатҡа өҫтәп ҡыҙыма, иремә йүнәлтмә һатып алырға уйлайбыҙ. Әгәр ҙә августа буш урындар булмаһа, көҙгө каникул мәлендә уны ҡулланып ҡуйырбыҙ тип уйлайым.
Юлиә Әминева «Урал аръяғы» шифаханаһы хаҡында хәбарҙар булһа ла бер тапҡыр ҙа унда ял итмәгән. Ә бына ҡәйнәһе—педагогия хеҙмәте ветераны, оҙаҡ йылдар Сибай институтында студенттарға һабаҡ биргән Әнисә Әхмәтсафа ҡыҙы Әминева тик ошо шифаханала ял итеүҙе хуп күрә.-Башҡа ерҙәге кеүек, хатта унан да артығыраҡ дауаланыу төрҙәре тәҡдим итәләр. Ситкә йөрөйһө түгел! Яҡын, арзан, шәп шифахана тик беҙҙә!—тип балаларына ул гелән ҡабатлап тора.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: «Урал аръяғы» шифаханаһында ял итергә һәм сәләмәтлектәрен нығытырға теләүселәргә 10-ға яҡын программа тәҡдим ителә. Улар: шәкәр диабетын дауалау һәм профилактикалау, сәләмәт быуындар, ковидтан һуң өҙлөгөүҙе дауалау, сәләмәт умыртҡа, сәләмәт йөрәк, антистресс, әсә һәм бала, стандарт, ир-егеттәр сәләмәтлеге. Хаҡтар сағыштырмаса ҡыйбат түгел һәм төрлө ташламалар ҡаралған: әлеге мәлдә, мәҫәлән, хаҡлы ялдағыларға шифахана-курорт дауаланыуының бөтә программаларына ла 10 процент ташлама яһала. Мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау профсоюздары ағзаларына, инвалидтарға һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусырға, уларҙың ғаиләренә иһә путевка хаҡына 15 процент ташлама бар. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға 2 кешелек бүлмәлә 3 көнлөк «Ял көнө туры» бушлай путевкаһы ҡаралған.
Гөлдәр Ҡадаева.