Зифа Яҡупова Бөйөк Еңеү көнө алдынан «Атайсал» гәзитенә яҙылып, Сибай ҡалаһында йәшәүсе ололарға бүләк итте.
—80 йыл элек илебеҙ оҙайлы һуғыштан һуң тыныслыҡ яулаған. Был беҙҙең олатай-өләсәйҙәргә еңел бирелмәгән. Күпме юғалтыуҙар булған, күпме яҙмыштар селпәрәмә килгән. Ул осор кешеләре бик күпте кисергән, аслығын да, яланғаслығын да, етемлеген дә үҙ иңендә татыған. Бөгөн оло быуын вәкилдәренә ихтирам күрһәтеү—беҙҙең бурыс. Эйе, һуғыш һәм тыл ветерандары йылдан-йыл кәмей, әммә беҙҙең арала уларҙың балалары йәшәүен онотмайыҡ. Улар йә һуғыш осоронда, йә һуғыштан һуңғы ауыр мәлдәрҙә донъяға килгән. Күптәре атайҙарына арҡаланып үҫә алмаған, әммә бирешмәгән. Рухи ныҡлыҡтары менән бөгөн йәштәргә үрнәк булып торалар. Сибай ҡалаһында өлгө булырлыҡ, ихтирамға лайыҡ ололар бихисап. 9 Май—Бөйөк Еңеү көнө уңайынан мин бер нисә милләтәшемә—тел ҡәҙерен белгән, мәҙәниәтен, тарихын хөрмәт иткән, рухи ҡиммәттәргә өҫтөнләк биргән замандаштарыма «Атайсал» гәзите бүләк иттем.
Форсаттан файҙаланып, гәзит уҡыусыларға ныҡлы һаулыҡ, ил именлеге, күңел бөтөнлөгө теләйем!