АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
30 Апрель , 21:55

«Яугир ғаиләһенә - «Атайсал»

«Яугир ғаиләһенә - «Атайсал» акцияһына Сибай ҡалаһынан тәүгеләрҙән булып «Тәҡүә» мәсетенең имам-хатибы Әғләметдин хәҙрәт Ғәзизов ҡушылды!

«Яугир ғаиләһенә - «Атайсал»
«Яугир ғаиләһенә - «Атайсал»


Дин әһеле махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә 10 дана гәзит яҙҙырҙы. Собханаллаһ, машалла 🤲Хәҙрәт беҙ мөрәжәғәт иткәндә бер ваҡытта ла һүҙебеҙҙе йыҡмай. Гел генә ярҙам ҡулы һуҙа. Ай һайын гәзитебеҙгә намаҙ ваҡытын әҙерләп биреүе лә халыҡты дингә ылыҡтырыу, хаҡ Тәғәләбеҙ ҡушҡандарҙы үтәү, тыйғандарынан тыйылыу, тәрбиә эше алып барыуының сағыу миҫалы.
Әйткәндәй, 9 апрелдә Әғләметдин хәҙрәткә 75 йәш булды. Уны оло юбилейы менән ҡотлайбыҙ! Ҡот, бәрәкәт, ныҡлы һаулыҡ, иман, ғаилә именлеге, тыныс күк йөҙө теләйбеҙ!
Акция сылбырын өҙмәйек, дуҫтар! Кем мәрхәмәтлек ҡылырға теләй—рәхим итегеҙ!
Беҙгә хәбәр итегеҙ!

Автор:Гульдар Кадаева