АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
22 Апрель , 11:35

«Яугир ғаиләһенә - «Атайсал»!

«Яугир ғаиләһенә - «Атайсал» акцияһына Сибай ҡалаһынан эшҡыуар,ҡала башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Айбулат Алик улы Уразбахтин да ҡушылды. Эшҡыуар маҡсат ҡуйыу һәм уға ынтылыу, көрсөккә ҡаршы идаралыҡ, социология, үҙ-үҙеңде һәм бәхетте табыу темаһына халыҡ араһында семинарҙар уҙғара. -Башҡорт телендә төбәктә сыҡҡан берҙән-бер “Атайсал” гәзитенең халыҡ араһындаабруйы ҙур. Бында гәзит уҡыусы күрергә теләгән бөтә темалар ҙа яҡтыртыла. Күңел биреп, рәхәтләнеп ултырып уҡырлыҡ баҫма. Уны айырыуса өлкән йәштәгеләр ярата. Дауамлы хикәйләр, намаҙ ваҡыты, дини материалдар булыуы ла уның баһаһын арттыра. Был юлы махсус хәрби операцияла булыусы ир-егеттәребеҙҙең ғаиләһенә ярҙам итеү йәһәтенән дә мәрхәмәтлеккә ҡушылдым һәм Хәйбулла районынан 10 яугирҙең ғаиләһенә “Атайсал” яҙҙырҙым.

«Яугир ғаиләһенә - «Атайсал»!
«Яугир ғаиләһенә - «Атайсал»!

Туған телебеҙ бөтмәһен, милләтебеҙҙең киләсәге булһын тиһәк, беҙ ваҡытлы матбуғатҡа яҙылырға һәм уны пропагандаларға тейешбеҙ.

Кешенең туған телен белмәүе ғәжәп күренеш. Сөнки телен онотҡан кеше милләттең юҡҡа сығыуына булышлыҡ итә. Бик толерант кеше булһам да, туған телен белмәгән кешеләрҙе аңлай алмайым. Туған телдән алыҫлашыу совет осоронан килә, тип уйлайым. Икенсе телдән һүҙҙәрҙе күпләп индереү ҙә телдәрҙе тамырынан алыҫайтып, телдәрҙе бөтөрөү өсөн эшләнә. Сөнки теле булмаған милләт йөҙөн дә, рухын да юғалта. Рухы булмаған халыҡ менән идара итеүе күпкә еңелерәк. Йәш быуындың туған телен өйрәнергә атлығып тормауының тағы бер сәбәбе - уларҙың күпселеккә оҡшарға тырышыуы. Ҡалала үҫкән, йә булмаһа, ауылдан ҡала еренә күсеп килгән йәштәр үҙҙәрен рус итеп хис итә башлай һәм телен дә, мәҙәниәтен дә юғалта. Ысынбарлыҡта, улар бер ҡасан да икенсе милләт вәкиле булып китмәй, ә маңҡортҡа әйләнә. Илебеҙҙең көсө - күп милләтле һәм күп телле булыуында. 2 аҙна һайын донъяла бер тел юғала. Шул көнгә төшмәйек, йәмәғәт! Телебеҙ йәшәһен, балаларыбыҙға мираҫ итеп ҡалдырайыҡ! Уның өсөн гәзит-журналдар алдырып уҡыйыҡ.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: