Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
18 Апрель , 10:50

ЯҠШЫЛЫҠ ЭШЛӘЙЕК ӘЛЕ!

Беҙҙең быуын һәм беҙҙән оло быуын китап, гәзит-журнал уҡып үҫте, рухи байлыҡты алға ҡуйҙы. Шуғалыр ҙа кеше араһында мөнәсәбәттәр ҙә яҡшы һәм яҡты булды. Бөгөн матди байлыҡ алға ҡуйыла. Бәлки, шуғалыр ҙа тирә-яҡта яуызлыҡ, тупаҫлыҡ арта бара. Әйҙәгеҙ, рухи байлыҡтан айырылмайыҡ

ЯҠШЫЛЫҠ ЭШЛӘЙЕК ӘЛЕ!
ЯҠШЫЛЫҠ ЭШЛӘЙЕК ӘЛЕ!

--Беҙҙең быуын һәм беҙҙән оло быуын китап, гәзит-журнал уҡып үҫте, рухи байлыҡты алға ҡуйҙы. Шуғалыр ҙа кеше араһында мөнәсәбәттәр ҙә яҡшы һәм яҡты булды. Бөгөн матди байлыҡ алға ҡуйыла. Бәлки, шуғалыр ҙа тирә-яҡта яуызлыҡ, тупаҫлыҡ арта бара. Әйҙәгеҙ, рухи байлыҡтан айырылмайыҡ, тип уҙған йылда ла мөрәжәғәт иткәйнем. Быйыл да ошо принциптарға тоғро ҡалам. Беҙ, Йылайыр районы Ҡәнзәфәр ауылы биләмәһендә йәшәүселәр, атап әйткәндә депутаттар Әлфирә Ғәббәсова, Мирсәйет Аҡҡужин, Булат Аҡҡужин, Насырйән Ажибаев, Рияз Солтанов һәм үҙем махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә “Атайсал” гәзитенә подписка бүләк иттек. Йәмғеһе 15 кешегә төбәк баҫмаһы киләһе ярты йыллыҡта киләсәк,--ти Ҡәнзәфәр ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Рөстәм Мөхтәр улы Тотманов.

 

Афарин! Һәр яҡлап өлгө алырлыҡ хакимиәт башлығының изге ғәмәлен башҡа яҡташтарыбыҙ ҙа күтәреп алыр тигән уй менән “Яугир ғаиләһенә - “Атайсал” акцияһын иғлан итәбеҙ. Кем дә кем ҡушылырға теләй—рәхим итегеҙ! Беҙгә хәбәр итегеҙ!

 

Беҙ барыбыҙ ҙә донъяларҙың тынысланыуын ҙур түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ, көн дә интернеттан яҡшы хәбәр эҙләйбеҙ, телевизор-радионы йә ҡурҡып, йә өмөтләнеп ҡабыҙабыҙ. Тик, үкенескә күрә, алама хәбәрҙәр килеүҙән туҡтамай. Әйҙәгеҙ, үҙебеҙ булһа донъябыҙға ҡот индерәйек, изгелек эшләйек, кемде булһа ла ҡыуандырырға ашығайыҡ! Шул изге ғәмелегеҙ араһында бүләк бирешеү булһа, шул бүләктәр араһында “Атайсал” гәзитенә подписка булһа, беҙ бик шатланыр инек.

 

Барығыҙға ла именлек, һаулыҡ, ғаилә теүәллеге теләйбеҙ! Алдағы көндәрҙә тыныс күк аҫтында ҡыуанып йәшәргә яҙһын!

 

Һүрәттә: Р.М.Тотманов.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: