АТАЙСАЛ
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
6 Февраль 2023, 14:15

Гәзит уҡымаһам донъянан артта ҡалам

“Атайсал” гәзитен 10 йылдан ашыу алдырып уҡыйым. Баҫма аша Урал аръяғының ҡала һәм райондары һулышын тоям. Баш мөхәррир Хәйҙәр Тапаҡовтың, башҡа авторҙарҙың хикәйәләрен яратып уҡыйым. Намаҙ ваҡыты сыға, башҡа мәҡәләләре лә бик уҡымлы. Хаҡы арзан булыуы ла ҡыҙыҡтыра. Етмәһә, бына бүләк отҡанмын! – тип ҡыуана Мәстүрә инәй. Ул сығышы менән Йылайыр районының Һабыр ауылынан. Хәйбулла районының Урыҫбай ауылына кейәүгә сыҡҡан. Ире менән 5 бала үҫтергәндәр. Ғүмере буйы малсылыҡта эшләгән. 2005 йылда Подольск ҡасабаһына күскәндәр.

Гәзит уҡымаһам донъянан артта ҡалам
Гәзит уҡымаһам донъянан артта ҡалам

Матбуғат-2023

“Атайсал” гәзите 2023 йылдың беренсе ярты йыллығына подписка йомғаҡтары буйынса уҙғарған лото-уйында Хәйбулла районының Подольск ҡасабаһынан 84 йәшлек Мәстүрә Ултыраҡова плед отто.

-“Атайсал” гәзитен 10 йылдан ашыу алдырып уҡыйым. Баҫма аша Урал аръяғының ҡала һәм райондары һулышын тоям. Баш мөхәррир Хәйҙәр Тапаҡовтың, башҡа авторҙарҙың хикәйәләрен яратып уҡыйым. Намаҙ ваҡыты сыға, башҡа мәҡәләләре лә бик уҡымлы. Хаҡы арзан булыуы ла ҡыҙыҡтыра. Етмәһә, бына бүләк отҡанмын! – тип ҡыуана Мәстүрә инәй.

Ул сығышы менән Йылайыр районының Һабыр ауылынан. Хәйбулла районының Урыҫбай ауылына кейәүгә сыҡҡан. Ире менән 5 бала үҫтергәндәр. Ғүмере буйы малсылыҡта эшләгән. 2005 йылда Подольск ҡасабаһына күскәндәр.

Автор:Гульдар Кадаева