Билдәле булыуынса, быйыл беҙҙең бүләктәр күп булды. Йылдағыса декабрь аҙағында лото-уйын үткәрҙек. Төп приз бер тоҡ он ине. Бағыусыбыҙ—Сибай ҡалаһындағы «Радуга» магазины директоры Дамир Хәсәнов. Бынан тыш, иҫтәлекле бүләктәр булды. Улар кемгә эләгеүен 6 ғинуарҙа донъя күрәсәк гәзитебеҙ һанында уҡып белерһегеҙ.
Шулай уҡ үҙе «Атайсал»ға яҙылып, унан тыш йәнә 10-дан кәм булмаған танышын өгөтләп яҙҙырыусылар араһында «Березки» шифаханаһына юллама уйнаттыҡ. Йомғаҡлауҙы байрамдан һуң үткәрәбеҙ һәм еңеүсене иғлан итәбеҙ.
Ә әлегә беҙгә ҙур ярҙам күрһәткән бер нисә дуҫыбыҙҙы һөйөндөрөргә ашығабыҙ. Улар—Йылайыр районынан Селәүсинов Рәүеф Аллабирҙе улы, Таһиров Рәсих Насырйән улы, Баймаҡ районынан Булатова Райхана Эдуард ҡыҙы.