Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
12 Декабрь 2022, 15:10

ЯРАТТАРҒА РӘХМӘТ!

Ярат ауыл хакимиәте белгестәре, депутаттар һәм ағинәйҙәрҙең «Атайсал» гәзите мөхәрририәте башлап ебәргән «Яугир ғаиләһенә бүләккә—гәзит!» хәйриәлек акцияһында ҡатнашырға теләк белдереүҙәре оло маҡтауға лайыҡ. Ошо биләмәгә ҡараған Ярат, Ғүмәр һәм Йәрмөхәмәт ауылдарынан махсус хәрби операцияға бөтәһе 10 ир-егетте оҙатҡандар. Халыҡ менән осрашыу барышында яугирҙарҙың яҡындарына 2023 йылдың 1-се ярты йыллығына «Атайсал» төбәк гәзитенә бушлай яҙылыу абонементтары тапшырылды. Һалдат ата-әсәләре быны Яңы йыл бүләге итеп ҡабул итте һәм ауылдаштарына рәхмәт белдерҙе. Әйткәндәй, Ярат ауыл биләмәһендә көн итеүсе ҡәрҙәштәребеҙ яу ҡырында йөрөгән ир-егеттәрҙең яҡындарын онотмай, һәр ваҡыт ярҙам күрһәтеп тора.

ЯРАТТАРҒА РӘХМӘТ!
ЯРАТТАРҒА РӘХМӘТ!

Эш сәфәре менән йөрөгән һайын баймаҡтарҙың дәртле, берҙәм, һәр эштә лә әүҙем булыуҙарын күреп һөйөнәбеҙ. Яңыраҡ Ярат ауыл биләмәһенең өс ауылын бер итеп урап ҡайтҡандан һуң быға тағы ла нығыраҡ инандыҡ. Ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Альбина Булат ҡыҙы Байымова, ауыл хакимиәте белгестәре, депутаттар һәм ағинәйҙәрҙең «Атайсал» гәзите мөхәрририәте башлап ебәргән «Яугир ғаиләһенә бүләккә—гәзит!» хәйриәлек акцияһында ҡатнашырға теләк белдереүҙәре оло маҡтауға лайыҡ. Ошо биләмәгә ҡараған Ярат, Ғүмәр һәм Йәрмөхәмәт ауылдарынан махсус хәрби операцияға бөтәһе 10 ир-егетте оҙатҡандар. Халыҡ менән осрашыу барышында яугирҙарҙың яҡындарына 2023 йылдың 1-се ярты йыллығына «Атайсал» төбәк гәзитенә бушлай яҙылыу абонементтары тапшырылды. Һалдат ата-әсәләре быны Яңы йыл бүләге итеп ҡабул итте һәм ауылдаштарына рәхмәт белдерҙе. Әйткәндәй, Ярат ауыл биләмәһендә көн итеүсе ҡәрҙәштәребеҙ яу ҡырында йөрөгән ир-егеттәрҙең яҡындарын онотмай, һәр ваҡыт ярҙам күрһәтеп тора.

Яугирҙарҙы ла иғтибар үҙәгенән ысҡындармайҙар бында. Октябрь айында биләмәлә йәшәүселәр һалдаттарға кәрәкле әйберҙәр йыйылмаһы туплап һәм аҡса йыйып ебәргән. Әле ҡатын-ҡыҙҙар йылы бейәләй-ойоҡбаштар бәйләү менән мәшғүл. Яҡын арала көн дә кәрәкле әйберҙәр һалынған сираттағы посылкалар яугир яҡташтарыбыҙға юлланасаҡ.   

Ярат ауыл биләмәһендә йәшәсе берҙәм халыҡ киләсәккә ҙур уй-ниәттәр ҡороп йәшәй.  Улар 2023 йылда урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашырға теләк белдергән. Хыялдары—биләмәгә МТЗ-82 тракторын алыу. Был ҡеүәтле техника Ярат биләмәһенә ҡараған юлдарҙы ҡарҙан таҙартырға, сүп-сарҙы түгергә ярҙам итәсәк. Өмәләргә, янғын хәүефһеҙлегенә ҡаршы йүнәлтелгән сараларға ла йәлеп ителәсәк. Йәрмөхәмәттәр “Сәләмәт ауыл” программаһында ҡатнашырға йөрьәт иткән. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, Ярат ауыл биләмәһендә йәшәүселәрҙең бар уй-ниәттәренең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ һәм сәфәр барышында «Атайсал»ға яҙылған 20 уҡыусыбыҙға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.   


Альбина Ҡудашева.

Автор:Резеда Валиева